Эстәлеккә күсергә

Белик Вера Лукьяновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белик Вера Лукьяновна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 июнь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Охримовка[d], Акимовский район[d], Украина
Акимовский район[d], Украина
Вафат булған көнө 25 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (23 йәш)
Вафат булған урыны Замбрув[d], Замбрувский повят[d], Подляское воеводство[d], Польша
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d]
Ерләнгән урыны Остроленка
Һөнәр төрө лётчик, ҡораллы көстәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
 Белик Вера Лукьяновна Викимилектә
СССР-ҙағы почта конверты: Макаров (һулда) һәм Белик (уңда)

Белик Вера Лукьяновна (12 июнь 1921 йыл25 август 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби осоусы, звено штурманы, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Вера Лукьяновна Белик 1921 йылдың 12 июнендә Украинаның Запорожье өлкәһе Акимовск районы Охримовка ауылында эшсе ғаиләһендә тыуа. Украинка.

Бала сағы Керчь эргәһендә, атаһы эшләгән Войков имесендәге заводтың эшселәр ҡасабаһында үтә. Әсәһе хужабикә була, алты бала тәрбиәләй.

Вера Керчь ҡалаһының 17-се мәктәбендә 9-сы класты тамамлай. Мәскәү дәүләт педагогия институтының ике курсын тамамлап өлгөрә.

Ҡыҙыл Армияла 1941 йылдан. Штурман һөнәрен үҙләштерә. Хәрәкәт итеүсе армияла 1942 йылдың майынан. Шул уҡ йылдан ВКП(б) ағзаһы.

46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының звено штурманы (325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы, 2-се Белоруссия фронты).

Кавказды, Кубанде, Ҡырым һәм Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша, Көнсығыш Пруссияла дошмандың хәрби объекттарын бомбаға тота. 1944 йылдың авгусына 813 төнгө осош яһай.

1944 йылдың 25 авгусҡа ҡараған төнөндә В. Белик экипаж командиры гвардия лейтенанты Т. П. Макарова менән хәрби заданиенан ҡайтҡанда, Замбрув (Польша) ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ дошман истребителе һөжүменә дусар була һәм бәреп төшөрөлә. Самолёт яна һәм ергә ҡолай, экипаж һәләк була.

СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1945 йылдың 23 февралендә гвардия лейтенанты Белик Вера Лукьяновна «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә, Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалына лайыҡ була.

Польша ҡалаһының Остроленка ҡалаһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Памятник Герою Советского Союза В.Л.Белик (1).JPG
Керчта В. Л. Белик Һәйкәле
Тышҡы һүрәттәр
Надгробная плита на могиле В. Белик и Т. Макаровой в Остроленке.
Памятник в вестибюле МГПИ.
  • Герой-ҡала Керчта В, Л. Беликка һәйкәл ҡуйылған.
  • Вестибюль һәйкәл , Мәскәү дәүләт педагогия институтының (МГПИ) вестибюлендә һәйкәле тора.
  • Охримовкала бюст ҡуйылған.
  • Охримовкала бер урам герой исемен йөрөтә, герой-ҡала Керчта уның исеме урамға һәм 17-се мәктәпкә, шулай уҡ сейнерға бирелгән.
  • Вера Белик хөрмәтенә СССР почта конверты сығарыла.
  • Белик Вера Лукьяновна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 139. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Розанова Лариса Николаевна. Героический экипаж // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.

Белик Вера Лукьяновна. «Герои страны» сайты.