Пол Маккартни
Сэр Джеймс Пол Макка́ртни (ингл. James Paul McCartney; 1942 йылдың 18 июне, Ливерпуль, Мерсисайд, Англия, Бөйөк Британия) — британ музыканты, мультиинструменталист, яҙыусы һәм продюсеры. The Beatles төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе , 16-тапҡыр «Грэмми» премияһын яулаған, рыцарь-бакалавр һәм Британия империяһы ордены (MBE) кавалеры (1965).
2011 йылда Rolling Stone журналы үткәргән һорауламаһына ярашлы, бар замандың иң яҡшы бас-гитарасыһы тип танылған[13]. Уның тауыш диапазоны дүрт октаванан да уҙып китә .
Леннон — Маккартни дуэты хәҙерге заман музыкаһында иң уңышлы һәм абруйлы союздарҙың береһе. Пол Маккартни бер нисә тапҡыр пол Гиннестың рекордтар китабына индерелгән[14].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пол Маккартни 1942 йылдың 18 июнендә Бөйөк Британияның Ливерпуль ҡалаһында тыуған. Музыка менән башланғыс мәктәптә беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан мәленән үк мауыға башлай. Буласаҡ музыкант Джозеф Уильямс башланғыс мәктәбен тамамлай, шунан һуң Ливерпуль институты студенты була.
1956 йылда ул ҡот осҡос ҡайғы кисерә — әсәһе күкрәк яман шешенән тиҙ арала вафат була.
1957 йылда Джон Леннон менән таныша һәм The Quarrymen төркөмө составына инә[15].
1959 йылда The Quarrymen төркөмө бер нисә тапҡыр исемен үҙгәртеп, Silver Beetles фирмаһына әйләнә, ә бер ни тиклем һуңғараҡ ҡыҫҡарып The Beatles тип тороп ҡала.
1962 йылдың көҙөндә Пол «Love Me Do» композицияһын яҙа, тап шул композицияһы The Beatles төркөмөн бөтә донъяға таныта ла инде[16].
Уларҙың дебют альбомы «The Beatles Please Please Me» тип аталған. Яҙҙырыу ваҡытында Пол тауыш операторы Джефф Эмерикты осрата, был музыкант һуңғараҡ уның ижадына ҙур өлөш индерә. Дөйөм алғанда, барлыҡ композицияларҙың авторҙары Джон Леннон һәм Пол Маккартни була.
1963 йылдың ноябрендә The Beatles икенсе альбом сығара. Шул ваҡытта инде уларҙың концерттарына миллиондарса халыҡ йыйыла.
1968 йылдың августында Пол Маккартни "Hey Jude"композицияһын яҙа. 1970 йылдың май айында үҙенең төркөмө өсөн һуңғы «Let It Be» альбомын сығара[17]..
Легендар төркөм тарҡалғандан һуң музыкант ғаиләһе менән Шотландияның көнбайыш яр буйына күсенә. Бушлыҡ хисе уны оҙаҡ ташлап китмәй, ләкин ҡатыны Линда ярҙамында Пол Маккартни депрессияны еңеп сыға.
1970 йылдың апрелендә ул үҙенең беренсе соло альбомын сығара, ул ике тапҡыр платина һанына етә. Бер йылдан һуң ул Wings төркөмөнә нигеҙ һала. Ғөмүмән алғанда, Wings төркөмө ете альбом сығара, ә Пол Маккартни 1970 йылдар аҙағында 60 алтын диск эйәһе булараҡ Гиннестың рекордтар китабына ингән.
1981 йылдың яҙында Wings төркөмө тарҡала. Уның беренсе соло йыйынтығы 1980 йылдың май айында сығарылған «McCartney II» була.
1982 йылдың яҙында Маккартниҙың "Tug of War"альбомы сыға. «Here Today» тип аталған синглдарҙың береһе Джон Леннонға арналған. Музыкант актив рәүештә соло ижад менән шөғөлләнә, Майкл Джексон менән хеҙмәттәшлек итә һәм 1987 йылда үҙенең « All the Best!» дискыһын сығара.
Ун йылдан һуң ул «Flaming Pie» дискыһын тәҡдим итә, ул "Грэмми"премияһына номинациялана.
2002 йылда ул үҙенең икенсе ҡатыны Хэзер Миллеға «Driving Rain» һәм «A Garland for Linda» альбомдарын бағышлай.Пластинканы һатҡан аҡса тулыһынса рак менән ауырыусыларға ярҙам иткән «The Garland Appeal» хәйриә ойошмаһына китә [18]..
Ике йылдан һуң ул бөтә донъя буйлап турнеға сығып китә. 2008 йылдың ҡышында Пол Маккартни музыка тарихи үҫешенә бик ҙур өлөш индергән өсөн BRIT Award бүләге менән билдәләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул өс тапҡыр өйләнгән һәм биш бала атаһы.
Ижтимағи һәм хәйриә эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маккартни хайуандар хоҡуҡтарын яҡлаусы һәм вегетарианлыҡ тарафдары булараҡ киң билдәле. Шулай уҡ ул генетик яҡтан модификацияланған продукттарға, пехотаға ҡаршы миналар ҡулланыуға ҡаршы, һунарсылыҡты тыйыу, медицинаға һәм башҡа файҙалы маҡсаттарға ярҙам итеү буйынса күп кенә хәйриә концерттарын ойоштороусы булараҡ танылды.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118575708 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Paul McCartney (нидерл.)
- ↑ Paul McCartney // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Demolition work begins at Sir Paul McCartney's birthplace Walton Hospital (ингл.) — 2011. — ISSN 1367-7217
- ↑ https://data.bnf.fr/fr/13901884/the_beatles/
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://books.google.ru/books?id=XxU-BAAAQBAJ&printsec=frontcover&hl=ru#v=onepage&q=Paul%20McCartney%20tenor&f=false
- ↑ http://www.concerthotels.com/worlds-greatest-vocal-ranges
- ↑ (unspecified title) (ингл.)
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/6b080c71-33f7-47be-9d13-c8a3b6695f39 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Читатели Rolling Stone выбрали лучшего басиста всех времён (рус.)
- ↑ Vallely P.[en] Paul McCartney: When I'm 64 (инг.) // The Independent : газета. — L., UK: Independent Print Limited, 2006. — ISSN 0951-9467. (Тикшерелеү көнө: 2 август 2009)
- ↑ Биография Пола Маккартни
- ↑ 1962
- ↑ 1962
- ↑ www.jpgr.co.uk A Garland for Linda
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бенсон Р. Пол Маккартни. Личность и миф = Paul McCartney: Behind the Myth / Пер. с англ. А. Романова. — М.: Новости, 1993. — 315, [32] с. — 50 000 экз. — ISBN 5-7020-0742-5.
- Голдман А[en]. Жизни Джона Леннона = The Lives of John Lennon. — М.: Молодая Гвардия, 2004. — 624 с. — ISBN 5-235-02686-1.
- Маккартни П., Данбар Дж., Арда Ф. Высоко в облаках = High In The Clouds. — М.: ЗАО «РОСМЭН-ПРЕСС», 2006. — 96 с. — ISBN 5-353-02454-0.
- Максимов А. McCartney. День за днём. — М.: ОЛМА-Пресс, 2002. — 416 с. — ISBN 5-224-03086-2.
- The Beatles. Белешмә Иллюстрированный / В Ястребов, Ю. Герасимова, Н. Миронов. — Ульяновск: РИА «Симбвестинфо», 1999. — С. 936; ил. — (Белешмәләр сыҡты «Симбвестинфо»). — ISBN 5-86174-011-9.
- Miles B[en]. Paul McCartney: Many Years from Now[en]. — L.: Secker & Warburg[en], 1998. — 654 p. — ISBN 978-0-436-28022-1. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2017)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- paulmccartney.com — Пола Маккартни рәсми сайты.
- Маккартни, Пол — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Поиск видео с youtube пол маккартни.
- Пол Маккартни Һынлы Сәнғәте.
- Ҡорал исемлеге, пол маккартни битлз уйнарға була унда. 2020 йыл 12 август архивланған.
- Сэр Флейта өсөн Иҙән. Андрей Тропилло пол маккартни сәфәре тураһында хәтирәләр санкт-Петербург. Махсус радиоһы июль (2016)
- 18 июндә тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- Бөйөк Британияла тыуғандар
- Британия империяһы ордены ағзалары
- Рыцарь-бакалаврҙар
- Вольф премияһы лауреаттары (сәнғәт)
- «Перу ҡояшы» орденының ҙур тәреһе кавалерҙары
- Почёт Кавалерҙары
- Почётлы легион ордены офицерҙары
- Йель университетының почётлы докторҙары
- «Грэмми» премияһы лауреаттары
- BRIT Awards премияһы лауреаттары
- «Оскар» премияһы лауреаттары
- Тенорҙар
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса пианистар
- Бөйөк Британия яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Бөйөк Британия рәссамдары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Бөйөк Британия композиторҙары
- Бөйөк Британияның йырсылары
- Алфавит буйынса йырсылар