Эстәлеккә күсергә

Мәҫәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антропоморфлыҡ ҡаҙҙар һаҡлаусы бесәй, Египет, беҙҙең эраға тиклем 1120 йылдар тирәһе
Эзоп Веласкес Диего
Лафонтен Жан де
Джон Гей
Готхольд Лессинг
Красицкий Игнацы
Доситей Обрадович
Ириарте Томас
Жан-Пьер Клари де Флориан
Крылов Иван Андреевич
Бирс Амброз
Реймонт Владислав
Феликс Зальтен
Джордж Оруэлл

Мәҫәл — нәсихәтле, сатирик характерҙа булған шиғри йәки сәсмә әҙәби әҫәр. Мәҫәлдең йә башында, йә аҙағында ҡыҫҡа ғына нәсихәти йомғаҡлау — мораль бирелә. Ғәҙәттә, мәҫәлдең төп геройҙары ролендә хайуандар, үҫемлектәр йәки ниндәйҙер әйберҙәр алына. Мәҫәлдәрҙә кешеләрҙең етешһеҙлектәре кинәйәләп тәнҡитләнә.

Мәҫәл — боронғо әҙәби жанрҙарҙың береһе. Боронғо Грецияла сәсмә формала мәҫәл ижад итеүсе Эзоп (беҙҙең эраға тиклем VI—V быуат) киң билдәлелек яулаған була. Римда — Федр (беҙҙең эраға тиклем I быуат). Һиндостандағы «Панчатантра» мәҫәлдәр йыйынтығы III быуатҡа ҡарай. Яңы ваҡыттың иң танылған мәҫәл оҫтаһы булып күренекле француз шағиры Жан Лафонтен (XVII быуат) тора.

Рәсәйҙә мәҫәл жанрының үҫеш XVIII быуат уртаһы — XIX быуаттың башына тап килә һәм был үҫеш . А. П. Сумароков, И. И. Хемницер, А. Е. Измайлов, И. И. Дмитриев исемдәре менән бәйле, шулай ҙа шиғри мәҫәл буйынса тәүге тәжрибәләрҙе әле XVII быуатта уҡ Симеон Полоцк һәм XVIII быуаттың беренсе яртыһында А. Д. Кантемир, В. К. Тредиаковский кеүек әҙиптәр туплаған була. Рус шиғриәтендә тәбиғи һәм мәрәкәсел бәйән итеү интонацияһын тапшырыусы ирекле шиғри мәҫәлдәр барлыҡҡа килә.

И. А. Крыловтың реалистик йәнлелек, сәләмәт юмор һәм бай тел менән яҙылған мәҫәлдәреРәсәйҙә был жанрҙың үҫеш йылдарын билдәләй. Совет заманында Демьян Бедный, Сергей Михалков һәм башҡаларҙың мәҫәлдәре ҙур популярлыҡ яулай.

Мәҫәлдең барлыҡҡа килеүенең ике концепцияһы йәшәп килә. Тәүгеһе немец мәктәбе вәкилдәре Отто Крузиус, А. Хаусрат һ. б., икенсе — америка ғалимы Б . Э. Перр тарафынан тәҡдим ителә. Тәүге концепцияға ярашлы, мәҫәлдә хикәйәләү беренсе урында, ә әҙәп-әхлаҡ икенсе урында тора; мәҫәл хайуандар тураһындағы әкиәттән, ә әкиәттәр хайуандар тураһындағы мифтарҙан килеп сыҡҡан. Икенсе концепция буйынса әҙәп-әхлаҡ мәсьәләһе беренсе урынға сыға, мәҫәл сағыштырыуҙарға, мәҡәл һәм әйтемдәргә яҡын; һәм улар кеүек үк ярҙамсы аргументлау сараһы булараҡ барлыҡҡа килә. Беренсе ҡараш Якоб Гриммдың романтик теорияһынан башланғыс алһа, икенсеһе Лессингтың рационалистик концепцияһын тергеҙә.

XIX быуатта филологтарҙы грек мәҫәле өҫтөнлөклөмө, әллә һинд мәҫәле өҫтөнлөклөмө, тигән бәхәс борсой. Хәҙерге көндә грек һәм һинд мәҫәлдәренең уртаҡ башланғыс материалы булып шумер-вавилон мәҫәлдәре торғаны бәхәсһеҙ.

Мәҫәл үҙ аллы әҙәби жанр кимәленә еткәнгә ҡәҙәр кинәйәле хикәйә йәки хикмәт осоронан алып, фольклорға тиклемге үҫеш юлы үтә. Боронғо осорҙан ни бары ике генә өлгө һаҡланған. Был Одиссейҙың (Od. XIV, 457—506) хикмәте (αινος) һәм Софоклдың (1142—1158)"Аянт"ындағыТевкр һәм Менелай аралашыуындағы ике хикмәт.

Жанр үҫешенең икенсе осорона тап килгән мәҫәл жанрының телдән һөйләү рәүешендә барлыҡҡа килгән формаһын грек әҙәбиәтендә беҙ тәү тапҡыр Гесиод ижадында осратабыҙ. Был — һандуғас һәм ҡарсыға («Хеҙмәт һәм көн», 202—212) тураһындағы билдәле хикмәт, ул ҡанһыҙ һәм ғәҙел булмаған етәкселәргә бағышланған. Гесиод хикмәтендә беҙ мәҫәл жанрының бөтә билдәләрен дә таба алабыҙ: персонаж булып сығыш яһаған хайуандарҙы ла, арауыҡ һәм ваҡыттан тыш эштәрҙе лә ҡарсыға ауыҙынан ишетелгән сентенциоз моралде лә ишетәбеҙ.

Беҙҙең эраға тиклемге VII—VI быуатгрек шиғриәте наҡыҫ ҡына өҙөктәр аша билдәле, был өҙөктәрҙең ҡайһы берҙәре айырым образдары менән аҙаҡтан танылыу алған мәҫәл сюжеттары менән ауаздаш. Классик репертуарҙың төп мәҫәл сюжеттары был ваҡытҡа халыҡ ижадында тулыһынса формалашып бөткән булған тип раҫларға мөмкинлек бирә. Үҙенең күп һанлы шиғырҙарының береһендә Архилох (ѳҙѳк 88— 95 Б.) бөркөттөң төлкөнө рәнйеткәне һәм бының өсөн аллаларҙан яза алғанлығы тураһындағы «хикмәтте» телгә ала, икенсе бер шиғырында (ѳҙѳк 81-83 Б.) ул төлкө менән маймыл тураһындағы «хикмәтте» һөйләй. Аристотель Гимер халҡы алдында Фаларидтың («Риторика», II, 20, 1393b) золом хәүефенә ҡарата ҡулланылған ат менән болан тураһындағы мәҫәле менән сығыш яһауҙы Стесихорға ҡайтарып ҡалдыра. Диогениан раҫлауынса, балыҡсы һәм һигеҙаяҡ тураһындағы «Карий хикмәтен» Симонид Кеосский һәм Тимокреонт та ҡулланған була. Мәҫәл формаһы Афиней (XV, 695а) тәржемә иткән йылан һәм ҡыҫала тураһындағы аноним сколияла ла асыҡ төҫмөрләнә.

Классик осорҙоң грек әҙәбиәте телдән һөйләнелгән мәҫәлдең формалашҡан традицияларына таяна. Геродот мәҫәлде тарихнамәгә индереп ебәрә: уның Киры флейтала уйнаусы балыҡсы тураһындағы бик һуң ғына буйһоноусы ионян «мәҫәл менән» өйрәтә (logos) (I, 141). Эсхил мәҫәлде трагедияла ҡулланған: уның бөркөт ҡаурыйынан эшләнгән уҡтан яраланған бөркөт тураһында һөйләүсе «данлы ливия мәҫәле» (logos) өҙөгө һаҡланып ҡалған. Аристофанда Писфетер ҡоштар менән һөйләшкәнендә Эзоптың үҙенең башында атаһын ерләгән һабан турғай («Ҡоштар» , 471—476) һәм бөркөттән йәберләнгән төлкө («Ҡоштар» , 651—653) тураһындағы мәҫәлдәренең һүҙҙәре менән оҫта файҙалана , ә Тригей тиреҫ ҡуңыҙына («Донъя» , 129—130) ултырып осоуын аңлатҡанда, мәҫәлгә һылтана, ә"Һағыҙаҡтар" мәҫәленең һуңғы өлөшө тулыһынса Филоклеондың мәҫәлдәрҙе урынһыҙ ҡулланылыуына ҡоролған.

Демокрит ҡомһоҙлоғо һәләк иткән «Эзоп этен» телгә ала (ѳҙѳк. 224 D.); үҙенең юл сатында тороп ҡалған Геракл тураһындағы данлыҡлы аллегорияһында (Ксенофонт, «Сократ тураһында хәтирәләр», II, 1) Продик та, шулай уҡ Протагор ҙа кешенең килеп сығышы тураһындағы мәҫәлдәрендә (mythos) (Платон, «Протагор», 320 һүҙе менән.) был жанрға яҡын тора; Антисфен арыҫландар һәм ҡуяндар тураһындағы мәҫәлгә (Аристотель, «Сәйәсәт», III, 8, 1284а, 15) һылтана; уның уҡыусыһы Диоген «Ҡаплан» һәм «Сәүкә» (Диог. Лаэрт., VI, 80) исемле диалогтар ижад итә. Сократ Ксенофонтта эт һәм һарыҡтар хаҡында мәҫәлде һөйләй («Хәтирәләр», II, 7, 13-14), Платондыҡында төлкөнөң ауырыу арыҫланға уны мәмерйәгә алып барасаҡ эҙҙәр («I Алкивиад», 123а) хаҡында һөйләүен «Эзоп мәҫәлендә» (mythos) иҫкә алып китә, хатта үҙе лә Эзоптыҡына оҡшатып, тәбиғәттең михнәт менән ләззәтте айырылғыһыҙ бәйләп биреүе тураһында («Федон», 60с) мәҫәл яҙа . Платон, бер ваҡытта ла бер нәмә лә ижад итмәгән Сократ вафатынан алда ғына Эзоп мәҫәлдәрен («Федон» 60с) шиғри юлдарға һала, тип раҫлай — был, әлбиттә, асыҡтан-асыҡ уйҙырма, әммә киләсәк быуын тарафынан ышанып ҡабул ителгән хикәйәт (Плутарх, «Шағирҙы нисек тыңларға» 16; Диог. Лаэрт., II, 42).

Классик һәм эллин дәүерҙәре сиктәрендә мәҫәл «юғары» әҙәбиәттән балаларға тәғәйенләнгән уҡыу әҙәбиәте һәм белеме булмаған түбән ҡатламдарға йүнәлтелгән популяр әҙәбиәт кимәленә төшә. Мәҫәл мәктәп уҡытыусыһы һәм фәлсәфә тәғлимәтен таратыусыларҙың монополияһына әүерелә. Мәҫәл буйынса беренсе йыйынтыҡтар (уҡытыусылар ихтыяжы өсөн) шулай барлыҡҡа килә һәм боронғолоҡта мәҫәл жанрының тарихында өсөнсө осор — телдән һөйләү осоронан әҙәби мәҫәлгә күсеү осоро башлана. Беҙгә килеп еткән телгә алынған Эзоп мәҫәлдәренең беренсе йыйынтығында ,— был Деметрий Фалерскийҙың беҙҙең эраға тиклем IV һәм III быуаттарҙа төҙөлгән «Aisopeion Logon Synagoge» әҫәрендә күренә. Деметрий Фалерский философ-перипатетик һәм Теофрастың уҡыусыһы булған; бынан тыш, ул оратор һәм һүҙ һөйләү ҫталығы теоретигы булараҡ та дан ала. Деметрий йыйынтығы, күрәһең, һуңғыраҡ осорҙа яҙылған мәҫәлдәр өсөн нигеҙ ролен үтәгән һәм улар өсөн өлгө булып торған. Византия дәүерендә үк мәҫәл йыйынтыҡтары уның исеме аҫтында баҫтырылыр булған.

Бындай яҙмаларҙың йыйынтығы, иң элек, мәктәптәрҙә риторик күнегеүҙәр өсөн өлгөрөп етмәгән материал булып иҫәпләнгән, әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәктәптең генә ҡаҙанышы булыуҙан туҡтап, уҡымлыға әйләнә, ысын «халыҡ китабы» булараҡ күсереп яҙыла башлай. Бындай йыйынтыҡтарҙың һуңғы ҡулъяҙмалары «Эзоп мәҫәлдәре» тигән шартлы исем аҫтында бик күп һанда беҙгә килеп етә. Тикшеренеүселәр төп өс рецензияны (редакцияны) айырып йөрөтә:

  • Августан, йәғни боронғо рецензия, ул беҙҙең эраның I—II быуаттарына барып тоташа һәм ҡулланылышта булған койнэла яҙылған;
  • Венск рецензияһы тип аталған икенсеһе VI—VII быуаттарға ҡарай һәм тексты ябай халыҡ теленә яҡын итеп эшкәртә;
  • Бер нисә субрецензияға тарҡалған Аккурсий редакцияһы тип аталған өсөнсөһө византияның Яңырыу дәүерҙәренең береһе мәлендә барлыҡҡа килә (бер фекер буйынса — IX быуатта, икенсе фекергә ярашлы — XIV быуатта) һәм ул заман әҙәбиәтендә модала булған аттикизм рухында эшкәртелә.

Августан редакцияһы — ике йөҙҙән ашыу мәҫәлдәр йыйынтығы, улар типтары буйынса әҙме-күпме бер-береһенә оҡшаш һәм аҙатан традицион булып киткән мәҫәл сюжеттарын үҙ эсенә ала. Мәҫәлдәрҙең яҙылышы ҡыҫҡа һәм ябай, артыҡ тәфсир һәм мотивтарҙы тапшырып тормайынса, сюжет нигеҙен тапшырыу менән сикләнә, ҡабатланып тороусы сюжет мәлдәре өсөн формулалар стереотиптарына яҡын тора. Ҡайһы бер йыйынтыҡтар составы һәм редакторлау теле буйынса бер-береһенән бик ныҡ айырыла.

Риторика мәктәбенедә мәҫәл "прогимнасм"дар — ритораға өйрәтеүҙе башлаған әҙерлек күнекмәләре араһында ныҡлы урын ала. Прогимнасмдар һаны 12-нән алып 15-кә тиклем була; тулыһынса булдырылған системала уларҙың эҙмә-эҙлеклеге түбәндәгесә була: мәҫәл, хикәйә, хрия, сентенция, кире ҡағыу һәм раҫлау, дөйөм урын, маҡтау һәм шелтәләү, сағыштырыу, этопея, һүрәтләү, тикшереү, закондағы урыны. Башҡа ябай прогимнасмдар араһында мәҫәл, күрәһең, тәү башта грамматиктар тарафынан уҡытылған, һуңынан ғына риторҙар ғилеменә күсә. Прогимнасм буйынса әсбап булып теоретик характеристика һәм һәр күнегеүгә өлгөләре булған махсус дәреслектәр хеҙмәт иткән. Беҙҙең көндәргә риторҙар Феонға (б.э. I быуат аҙағы — II быуат башы.), Гермогенға (II б.), Афтонийға (IVб.) һәм Николайға (V б) ҡараған дүрт шундай дәреслек һәм византия осоронда, әммә антик традициялар материалдары буйынса яҙылған уларға тулы комментарий (XII быуатта Доксопатр төҙөгән Афтонийға комментарий бигерәк тә материалдарға бай) килеп етте. Бөтә прогимнасматтар тарфынан бер тауыштан ҡабул ителгән мәҫәлгә дөйөм билдәләмә түбәндәгесә яңғырай: «Мәҫәл хәҡиҡәттең образын һынландырыусы ялған хикәйә» (mythes esti logos pseudes, eikônizôn aletheian). Мәҫәлдең морале шулай билдәләнә: «Был — сентенция (logos), ул мәҫәлгә өҫтәлә һәм ундағы файҙалы мәғәнәнең йөкмәткеһен аңлата». Мәҫәлдең башындағы мораль — промифий, ә мәҫәлдең аҙағындағы мораль эпимифий тип атала.

Аргументацияның башҡа формалары араһында мәҫәлдең урынын үҙенең «Риторика» (II, 20, 1393а23—1394а 18) тигән хеҙмәтендә Аристотель билдәләп үтә . Аристотель логикалағы индукция һәм дедукцияға оҡшатып, риторикала инандырыуҙың ике ысулын — миҫал (paradeigma) һәм энтимема (enthymema)айырып күрһәтә. Миҫал тарихи һәм ялған миҫалға бүленә, ялған миҫал, үҙ сиратында, параболға (йәғни шартлы миҫал) һәм мәҫәлгә (йәғни конкрет миҫал) бүленә. Теорияла һәм практикала мәҫәлде эшкәртеү грамматика һәм риторика мәктәптәре сиктәрендә ҡала, халыҡ алдында сығыш яһарлыҡ ораторлыҡ практикаһына мәҫәлдәр үтеп инеүгә өлгәшә алмай.

Рим әҙәбиәтендә Каллимахтың Киренаһындағы «ямбтарында» беҙ бик урынлы ҡуйылған ике мәҫәл табабыҙ. Эннияның «Сатураларында» — турғай һәм игенсе тураһында, ә уның эшен дауам итеүсе Луцилийҙа арыҫлан һәм төлкө тураһында шиғри формала һөйләнелә. Гораций ялан сысҡаны һәм ҡала сысҡаны тураһында («Сатиралар», II, 6, 80—117), ат һәм болан тураһында («Мөрәжәғәт», I, 10, 34— 38), артыҡ күп ашаған төлкө тураһында («Мөрәжәғәт», I, 7, 29—33), үгеҙҙе эләкләгән тәлмәрйен тураһында («Сатиралар», II, 3, 314—319), һәм арыҫланды эләкләгән төлкө тураһында («Сатиралалар», II, 3, 186), арыҫлан һәм төлкө тураһында(«Мөрәжәғәт», I, 1, 73—75), урланған ҡаурыйлы сәүкә тураһында («Мөрәжәғәт», I, 3, 18—20), үҙен һәм үҙенең китабын ҡыуыусы һәм ишәк менән сағыштыра («Мөрәжәғәт», I, 20, 14—15), хәйләкәрҙе күргәндә ҡарға менән төлкө тураһында уйлай («Сатиралар», II, 5, 55), наҙандарҙы күргәндә ишәк һәм саз тураһында мәҫәлдәр килтерә («Мөрәжәғәт», II, 1, 199). Беҙҙең быуат баштарында әҙәби мәҫәлдең үҫеш осоро башлана.

Әҙәби мәҫәлдә мәҫәл жанры үҫешендәге ике ҡапма-ҡаршы йүнәлеш билдәләнә; плебей, Федрҙың әхлаҡи йүнәлеше (мәҫәл-сатира) һәм Бабрийҙың эстетик йүнәлештәге аристократтары, (мәҫәл-әкиәт). Бөтә һуңғы осор латин мәҫәл әҙәбиәте йә Федрҙан, йә Бабрийҙан башлана булып сыға. Рим әҙәбиәтендә Бабрийҙың мәҫәл юлын дауам итеүсе булып Авиан һанала. Федр традицияларын «Ромул» исем аҫтында танылыу яулаған һуңғы осор латин мәҫәлдәр йыйынтығы тора.

«Ҡараңғы быуаттар» ваҡытындағы дөйөм мәҙәни бөлгөнлөк Авианды ла, «Ромулды» ла берҙәй үк онотолоуға дусар итә, уларҙы был хәлдән XII быуаттың яңынан йәнләнеүе ҡотҡарып ҡала. Ошо мәлдән башлап, беҙ урта быуаттар латин әҙәбиәтендә 12-нән дә кәм булмаған эшкәртелгән «Ромул» һәм 8-ләп яңынан ҡаралған Авиан табабыҙ.

  • Күрәһең, яҡынса XI быуатта «Ниланттар Ромулы» (1709 йылда был йыйынтыҡты нәшер иткән филолог И. Ф. Нилант хөрмәтенә шулай аталған) исеме аҫтында танылыу тапҡан редакция хасил була, унда 50 мәҫәл урыны-урыны менән христиан әхлағы менән алмаштырыла .
  • Ихтимал, XII быуат башында «Ниланттар Ромулы» инглиз теленә тәржемә ителгәндер һәм яңы европа сығышлы күп һанлы сюжеттар менән — әкиәт, легенда, фаблио һ.б. менән тулыланған — йыйынтыҡ авторы итеп билдәле король Альфредты иҫәпләйҙәр. Был «Инглиз Ромулы» һаҡланмаған.
  • Әммә XII быуаттың өсөнсө өлөшөндә ул инглиз- норманд шағирәһе Мария Французская тарафынан («Изопет» исеме менән) француз теленә шиғри телдә тәржемә ителә һәм ошондай формала киң танылыу яулай, ә Мария Французскаяның йыйынтығынан латин теленә ике ҡайтанан тәржемә эшләнә.
    • Был, беренсенән, «Киңәйтелгән Ромул» тип аталған , 136 мәҫәл йыйынтығы («Ромулдан»79 мәҫәл, 57 эшкәртелгән яңы сюжет), бик ентекле әкиәт стилендә тупаҫыраҡ формала яҙылған йыйынтыҡ ике немец теленә тәржемәһенә нигеҙ булып китә.
    • Икенсенән, «Роберт Ромулы» (тип атап йөрөтөлгән (баҫтырыусының исеменә ярашлы, 1825 йыл), 22 мәҫәл йыйынтығы, унда бөтәһе лә ҡыҫҡа мәҫәл бирелә, бер ниндәй ҙә әкиәте йоғонтоға урын ҡалдырылмай һәм нәфислеккә дәғүә күренмәй.

XII быуаттың икенсе яртыһында тағы ике шиғри эшкәртеү атҡарыла. Ике эшкәртелеш тә стиле буйынса айырылып торған элегик дистих юлы менән башҡарыла.

  • Уларҙың беренсеһе үҙ эсенә 60 мәҫәлде индерә: был әҫәрҙәр риторик яҡтан бик ҡупшы, антитезалар, анноминациялар, параллелизмдар һ.б. бик күп ҡулланыла. Был йыйынтыҡ Яңырыу осорона тиклем бик популяр була (70 ашыу ҡулъяҙма, 39 баҫма XV быуатта нәшер ителә) һәм бер тапҡыр француз, итальян һәм немец телдәренә (шул тәржемәләр араһында — киң билдәле «Лионский Изопет») тәржемә ителә. Авторҙың исеме күрһәтелмәй; 1610 йылда Исаак Невелет был баҫма үҙенең «Mythologia Aesopica» исемле йыйынтығына индергәндән һуң, уны Anonymus Neveleti исеме менән йөрөтөү нығынып китә
  • «Ромулдың» икенсе шиғри эшкәртелгән йыйынтығы бер ни ҡәҙәр һуңыраҡ төҙөлә; уның авторы — Александр Неккам. Ул йыйынтыҡ «Яңы Эзоп» тип атала һәм 42 мәҫәлдән тора. Неккам ябай тел менән яҙа һәм уның хеҙмәте оригиналға яҡын тора. Башта Неккам йыйынтығы уңыш менән файҙалана, әммә уны тулыһынса Anonymus Neveleti ҡыҫырыҡлап сығара, ул XIX быуатҡа ҡәҙәр билдәһеҙлеккә дусар була.

«Ромулдан» Бованан булған Винценттың «Тарихи Зерцалоға» (XIII быуат) — урта быуаттың иң ҙур энциклопедияһының беренсе өлөшө 82 китапҡа индерелгән мәҫәлдәр һайлап. Бында (IV, 2-3) автор, үҙенең яҙмаларында «Кир батшаның батшалыҡ итеүенең тәүге йылдарына» тиклем барып етеп, был йылда Дельфала мәҫәл оҫтаһы Эзоптың һәләк булыуы тураһында хәбәр итә һәм ошо айҡанлы 8 бүлектә 29 мәҫәл яҙып ҡалдыра. Автор билдәләүенсә, был мәҫәлдәр нәсихәт булараҡ ҡулланыла ала.

«Ромул» мәҫәлдәренә ҡараған ҡайһы бер ҡулъяҙмаларға fabulae extravagantes тип аталғаны — сығышы билдәһеҙ мәҫәл, бик халыҡсан тел менән, ентекле һәм матур яҙылғаны, хайуандар тураһындағы әкиәттәр тибына яҡынайтылғаны килеп ҡушыла.

  • Авиандың ике сәсмә парафразының берәүһе исемһеҙ, икенсеһе Apologi Aviani тип билдәләнгән.
  • Өс шиғри парафразы «Яңы Авиан» тип аталған, элегик дистих менән эшләнелгән һәм XII быуатҡа ҡарай. Парафраздарҙың береһенең авторы үҙен vates Astensis («Асть ҡалаһы шағиры», Ломбардиялағы ҡала) тип атай. Шуларҙың тағы береһе барыбер Александр Неккам ижадына ҡарай.

Яңырыу осоронда грек телендә таралыш тапҡан белем Европа уҡыусыһына тәү сығанаҡҡа — Эзоптың грек мәҫәлдәре менән танышыуға мөмкинлек асты. 1479 йылдан, итальян гуманисы Аккурсий Эзопа әҫәрҙәренең беренсе баҫмаһын нәшер итеү менән, Яңы Европа мәҫәленең үҫеш мәле башлана.

Мәҫәл рус әҙәбиәтендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус әҙәбиәтенә мәҫәл бер нисә быуат элек үтеп инә. XVXVI быуаттарҙа уҡ Көнсығыштан Византия аша үтеп ингән мәҫәлдәр ҙур популярлыҡ менән ҡулланыла. XVII һәм XVIII быуаттар һуҙымында тормошто һүрәтләү алымы (урам китабы). киң танылыу тапҡан Эзоп мәҫәлдәре лә билдәлелек ала.

1731 йылда Антиох Кантемир, Эзопҡа эйәреп, алты мәҫәл яҙа. Шулай уҡ Василий Тредьяковский, Александр Сумароков (беренсеһе Эзопҡа эйәреп ижад итә, икенсеһе Лафонтен мәҫәлдәрен тәржемә итә һәм шәхсән үҙенең мәҫәлдәрен дә яҙа).

Лафонтен Христиан Геллерт әҫәрҙәрен тәржемә итеүсе һәм үҙе лә мәҫәлдәрендә лә яҙыусы Иван Хемницер (1745—84), француз авторҙары: Лафонтен, Флориан, Антуан де Ламотт, Антуан Венсана Арно әҫәрҙәрен тәржемә итеүсе Иван Дмитриев (1760—1837) һәм күпселек мәҫәлдәрен үҙ аллы ижад итеүсе Александр Измайлов (1779—1831) мәҫәлдәренжә лә торған һайын нәфислеккә өҫтөнлөк бирелә башлай. Измайловтың замандаштары һәм уға яҡыны быуындар уның мәҫ!лд!рен тәбиғи һәм ябай булғаны өсөн хөрмәт итәләр, шул айҡанлы был авторҙы улар «рус Теньеры» һәм «Крылов әшнәләре» тип атап йөрөткәндәр.

Иван Андреевич Крыловтың (1768—1844) мәҫәлдәре гениаль камиллыҡ өлгөһөнә әйләнә, улар Көнсығыш ҡайһы бер һәм Көнбайыш Европа илдәренәң бөтә телдәренә тиерлек тәржемә ителгән. Тәржемәләре һәм кемгә лә булһа эйәреп яҙыуҙары әллә ни күп түгел. Крылов мәҫәлдәренең күбеһе үҙенә генә хас үҙенсәлеккә эйә. Шулай ҙа Крылов үҙ мәҫәлдәренә таянысты Эзоп, Федр, Лафонтен әҫәрҙәренән ала.Үҙенең юғарылыҡ кимәленә өлгәшкән мәҫәлдәр, әҙәбиәттең айырым бер төрө булараҡ, крыловтан һуң юғалыуға дусар ителгән, һәм улар бары тик мәрәкә йәки пародия итеп кенә ҡабул ителә[1].

Хайуан мәҫәлдәре — бүре, өкө, төлкө һ.б ише хайуандарҙы кеше ҡылыҡлы итеп күрһәткән мәҫәлдәр. Төлкөгә — хәйләкәрлек, өкөгә аҡыл хас. Ҡаҙ— иҫәр, арыҫлан — ҡыйыу, йылан мәкерле тип иҫәпләнә . Әкиәт хайуандарының характерындағы был сифаттар алмашынып тооусан. Әкиәттәрҙәге хайуандар кешеләргә хас ҡайһы бер һыҙаттарҙы кәүҙәләндерә.

Мәҫәлдәрҙә боронға хайуандарҙың әхлаҡи тәбилеге «Физиолог» тигән исем аҫтында билдәле булған йыйынтыҡҡа туплана.

  • Эзоп
  • Жан де Лафонтен
  • И. А. Крылов
  • Демьян Бедный
  • Олеся Емельянова
  • Василий Майков
  • Федр
  • Авиан
  • Бабрий
  • Сергей Михалков
  • Александр Сумароков
  • Иван Дмитриев
  • Людвиг Хольберг
  • Григорий Саввич Сковорода
  • Петр Гулак-Артемовский
  • Левко Боровиковский
  • Евгений Гребенка
  • Леонид Глибов
  • Л. Н. Толстой
  • Дэвид Седарис (инг.)баш.[2]
  • Аполог
  • Хикмәт
  • Аллегория
  • Мәҙәк
  1. Эйгес И. Р. Басня  — Словарь литературных терминов. Т. 1. — 1925 // Фундаментальная электронная библиотека «Русская литература и фольклор» (ФЭБ)
  2. «Squirrel Seeks Chipmunk»