Эстәлеккә күсергә

Киев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Чехия менән бутамаҫҡа.

Ҡала
Киев
укр. Київ Киев
Флаг[d] Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Украина

Координаталар

50°27′ с. ш. 30°31′ в. д.HGЯO

Мэр

Кличко Виталий Владимирович

Беренсе мәртәбә телгә алынған

482

Майҙаны

835,58 км²

Рәсми теле

Украин теле

Халҡы

2 888 710 кеше (2015)

Тығыҙлығы

3436 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+380

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

kievcity.gov.ua

Киев (Украина)
Киев
Киев

Киев (укр. Київ[ˈkɪjiw]) — Украинаның баш ҡалаһы һәм иң боронғо ҡала, Киев агломерацияһың үҙәге, герой-ҡала. Днепр йылғаһында урынлашҡан. Украинаның махсус административ-территориаль берәмеге, мәҙәниәт, сәйәсәт, иҡтисад, транспорт, фән һәм дини үҙәге. Шулай уҡ Киев өлкәһенең үҙәге.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Уртаса йыллыҡ температура — +8,4 °C.
  • Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 2,5 м/с.
  • Уртаса йыллыҡ һауаның дымлылығы — 74 %.
  • Ҡояш яҡтырытыуының дөйөм оҙайлылығы йылына 1927 сәғәт тәшкил итә.
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 11,1 17,3 22,4 30,2 33,6 35,0 39,4 39,3 33,8 27,9 23,2 14,7 39,4
Уртаса максимум, °C −0,9 0,0 5,6 14,0 20,7 23,5 25,6 24,9 19,0 12,5 4,6 0,0 12,5
Уртаса температура, °C −3,5 −3 1,8 9,3 15,5 18,5 20,5 19,7 14,2 8,4 1,9 −2,3 8,4
Уртаса минимум, °C −5,8 −5,7 −1,4 5,1 10,8 14,2 16,1 15,2 10,2 4,9 −0,3 −4,6 4,9
Абсолют минимум, °C −31,1 −32,2 −24,9 −10,4 −2,4 2,4 5,8 3,3 −2,9 −17,8 −21,9 −30 −32,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 36 39 37 46 57 82 71 60 57 41 50 45 621
Сығанаҡ: Погода и климат
Киевтан яҡын тирәләге эре ҡалаларға тиклем алыҫлыҡ[3]
Белоруссия Пинск ~ 360 км
Белоруссия Минск ~ 430 км
Польша Варшава ~ 680 км
Белоруссия Гомель ~ 225 км
Рәсәй флагы Смоленск ~ 500 км
Рәсәй флагы Санкт-Петербург ~ 1050 км
Украина Чернигов ~ 125 км
Рәсәй флагы Брянск ~ 410 км
Рәсәй флагы Мәскәү ~ 750 км
Украина Житомир ~ 135 км
Украина Ровно ~ 305 км
Украина Луцк ~ 370 км
Роза ветров
Роза ветров
Украина Сумы ~ 315 км
Украина Полтава ~ 335 км
Украина Харьков ~ 405 км
Рәсәй флагы Белгород ~ 435 км
Украина Винница ~ 200 км
Украина Хмельницкий ~ 275 км
Украина Ивано-Франковск ~ 450 км
Молдавия Кишинёв ~ 395 км
Украина Николаев ~ 400 км
Украина Одесса ~ 435 км
Украина Кременчуг ~ 260 км
Украина Днепропетровск ~ 390 км
Украина Запорожье ~ 440 км

Йәшел үҫентеләрҙең бик күп булыуы менән Киев башҡа ҡалаларҙан айырылып тора[⇨] Совет сәйәси эшмәкәре В. Згурский хәтирәләрендә Шарль де Голлдең 1966 йылда Киевҡа килгән сағында трибунанан әйткән һүҙҙәрен килтерелә[4]:

« <Миңә> бик күп һоҡланғыс ҡалаларҙы күрергә тура килде, ләкин парк эсендәге ҡаланы тәүге тапҡыр күрәм[5]. »

Каштан япрағы — ҡала символы[6][7]. Ҡалаға был ағас XIX һәм XX быуаттар араһында килтерелә. Тәүҙә эксперимент булараҡ каштан ағастары Бульвар шоссеһында (хәҙер — Т. Шевченко исемендәге бульвар) ултыртыла, аҙаҡ был ағасты бөтә ҡала буйынса ултырта башлайҙар[8].

Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Киевтың административ бүленеше
Ҡаланың киске панорамаһы

Ҡала Днепрҙың уң һәм һул ярҙарында урынлашҡан һәм 10 райондан тора.

Район Оригиналь атамаһы Майҙаны, км² Халҡы, чел.[9] Тығыҙлыҡ, чел./км²
Днепрҙың уң яҡ яры
Голосеевский район Голосіївський район 160,78 252 123 1568
Соломенский район Солом’янський район 40,52 376 847 9300
Святошинский район Святошинський район 102,63 342 530 3337
Оболонский район Оболонський район 110,32 319 181 2893
Подольский район Подільський район 34,08 206 931 6071
Печерский район Печерський район 19,57 161 818 8268
Шевченковский район Шевченківський район 26,63 220 559 8282
Днепрҙың һул яҡ яры
Дарницкий район Дарницький район 132,24 345 506 2612
Днепровский район Дніпровський район 66,7 357 947 5366
Деснянский район Деснянський район 154,2 368 934 2392

Киевсовет тарафынан раҫланған «2020 йылға тиклем Киев үҫешенең генераль планы» баш ҡала төбәген киңәйтеүҙе күҙҙә тота, уның составына Киев өлкәһенең түбәндәге райондары ла инәсәк:

Ҡаланың айырым хоҡуҡи статусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Украинаның баш ҡалаһы

Украина Конституцияһының 133-сө стстаьяһына ярашлы[11], Киев ҡалаһы, Украинаның баш ҡалаһы булараҡ, Украинаның «Украинаның баш ҡалаһы — герой-ҡала Киев тураһындағы» Законында билдәләнгән[12]махсус статусҡа эйә һәм өлкә етәкселегенә буйһонмай (Украина Конституцияһы Севастополь) ҡалаһына ла шундай уҡ хоҡуҡтар бирә). Атап үтелгән Законға ярашлы, уны Украинаның Конституция суды аңлатыуынса, Киев ҡалаһы дәүләт хакимиәтенең (КГГА) башлығы ҡала башлығын һайлауҙарҙа ҡатнашҡан һайлаусыларҙың иң күп һандағы тауыштарын йыйыу юлы менән автоматик рәүештә туранан-тура һайлауҙарҙа һайлап ҡуйылған Киев ҡалаһы башлығы була.

Ҡалып:Обновить

Украинаның Юғары суды бинаһы

2014 йылдың майында ҡала советына һайлауҙар барышында 120 депутат һайлана:


2014 йылдың 25 майында Киев ҡала советы депутаттарын ваҡытынан алда һайлауҙар һөҙөмтәләре[13]
Партиялар % Пропорциональ нигеҙҙә һайланған Бер мандатлы округтарҙа һайланған Бөтәһе
Украинаның реформалар өсөн демократик альянсы 40,56 % 30 47 77
Олег Ляшконың Радикаль партияһы 9,21 % 7 7
«Үҙ-үҙеңә ярҙам» берекмәһе 6,87 % 5 5
Бөтә Украина «Азатлыҡ» берекмәһе 6,50 % 5 1 6
Бөтә Украина «Батькивщина» берекмәһе 4,14 % 3 3
«Граждандар позицияһы» 3,61 % 3 3
«Яңы тормош» 3,39 % 3 3
Украина «Берҙәмлек» партияһы 3,31 % 2 2
Демократик альянс 3,00 % 2 2
Укаринаның демократик партияһы 1,24 % 2 2
Үҙен-үҙе күрһәтеүселәр 9 9
Всего (%) 100,00 % 60 60 120
Файл:VCH Верх Рада CHUPRINA ©.JPG
Юғары Рада бинаһы Министрҙар кабинеты бинаһы Украина президенты офисы Украинаның Сит илдәр министрлығы Крещатикта Киев ҡала дәүләт хакимиәте
Незалежность майҙаны

Бойондороҡһоҙлоҡ дәүерендә Украинала ни бары бер тапҡыр, 2001 йылда, халыҡ иҫәбе алына, уның барышында илдәге халыҡ һанының 2 611 327 кеше булыуы теркәлә.Ҡала халҡының хәҙерге һанына ҡара төрлө рәсми сығанаҡтар бар. Мәҫәлән, Украинаның Министр Кабинеты үткәргән иҫәп буйынса 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡалала халыҡ һаны 3 703 100 кеше тәшкил итә[14], ә бына халыҡ иҫәбен алыуҙағы рәсми иҫәптә (уны 2020 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Укрстат мәғлүмәттәре бирә) 2 967 360 кеше тип билдәләнә[15] или
3 703 100[14].

XVIII быуат аҙағында ҡалала 30 000 тирәһе кеше йәшәй. 2001 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Киевта 2 611 300 кеше йәшәй. Хәҙерге ваҡытта халыҡ һаны йылына уртаса 20 мең кешегә арта. 2002 йылдың 1 ғинуарынан 2010 йылдың 1 ғинуарына тиклем Киев халҡы 174 мең кешегә артҡан[16]. 2018 йылдың 1 ғинуарына шул осорҙа йәшәгән халыҡ һаны 2 934 522 кеше тәшкил итә (был 2017 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда 0,3 процентҡа күберәк). Даими йәшәүселәр һаны — 2 893 215 кеше[17]. Халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелә, тотош ил буйынса алынған күрһәткес менән сағыштырғанда ул байтаҡҡа юғары (Киевта 1000 кешегә үҫеш +2,2 кеше булһа, Украина буйынса тотош алғанда 1000 кешегә −4,17 кеше). Киев был йәһәттән Карпат аръяғы һәм Ровенский өлкәләренән генә ҡалыша, уларҙа ярашлы рәүештә үҫеш +3,7 һәм +2,4 кеше. Демография институты мәғлүмәттәре һәм Украинаның Мили Фәндәр Академияһының социаль тикшеренеүҙәре буйынса, 2009 йылдың башына Киевта халыҡ һаны 3144,3 мең кеше тәшкил итә[18], был рәсми статистика мәғлүмәттәре менән сағыштырғанда 420 мең кешегә күберәк. 2016 йылда: тыуым — 1000 кешегә 12,5 кеше, үлем — 10,5, тәбиғи үҫеш — 2,0 (Украина буйынса тотош алғанда −4,4 кеше)[19],[20]. Миграция күрһәтәкестәре: 10 мең кешегә килеүселәр һаны — 102,8, китеүселәр — 57,2, миграция үҫеше — 45,6 (Украина буйынса тотош алғанда 2,5)[21].

XVII быуат уртаһына Киев халҡының күпселеген украиндар, ҙур булмаған өлөшөн урыҫтар, белорустар һәм поляктар тәшкил итә. Бынан тыш ҡалала әрмәндәр, йәһүдтәр, гректар, татарҙар, немецтар һәм башҡа этнос вәкилдәре йәшәй[22].

XIX быуатта ассимиляция иҫәбенә Киевта украиндар һаны байтаҡҡа кәмей. Мәҫәлән, 1897 йылда улар 22,2 % булһа, ә 1917 йылда — 16,4 % ҡына булып ҡала. Бер үк ваҡытта урыҫтарҙың һаны ла кәмей төшә (54,2 проценттан 49,5  процентҡа тиклем) һәм йәһүдтәрҙең һаны 12,1 проценттан 18,6 процентҡа тиклем арта. Артабан украиндарҙың өлөшө арта, һәм 1926 йылда улар Киевта ҡайтанан күпселекте тәшкил итә: 42,2 %, ә урыҫтар — 24,4 %[23].

XXI быуат башына Киевта украиндар һаны 1989 йылдағы 72,5 % урынына 2001 йылда 82,2 процентҡа етә. Был осорҙа башҡа милләттәр һаны кәмей. Бөтәһенә ҡарағанда ла урыҫтарҙың һаны кәмей: 1989 йылда 536,2 мең кеше булһа (20,9 %), 2001 йылда 337,3 мең кеше (13,1 %). Белорустар һаны ла түбәнәйә (1989 — 25,3 мең кеше, 2001 — 16,5 мең кеше) һәм поляктар (1989 — 10,4 мең кеше, 2001 — 6,9 мең кеше). XXI быуат башына йәһүдтәрҙең эмиграция процесы тамамлана (1989 йылдан 2001 йылға тиклем Киевта йәһүдтәрҙең һаны 100,6 мең кешенән 17,9 мең кешегә тиклем кәмей, ҡала халҡы өлөшөндә лә кәмеү күҙгә бәрелеп тора: 13,9 % 1959 йылда һәм 0,7 % 2001 йылда).

2001 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы[24], ҡала халҡының 82,2 проценты украиндарҙан һәм 13,1 проценты урыҫтарҙан тора. 2006 йылдың ноябрендә кешеләрҙән һорағанда ҡалала йәшәүселәрҙең 83 проценты үҙен украин тип атай, 14 проценты — урыҫтар, 3 проценты — йәһүдтәр, әрмәндәр һәм башҡа милләт вәкилдәре[25]Ҡалып:Нет в источнике

Киевтың йәһүд общинаһы тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр Х быуат тип билдәләнелә. «Киев хатын» — Киевтың тәүге тапҡыр иҫкә алыныуы — Киевта шул дәүерҙә йәшәгән йәһүдтәр боронғо иврит телендә яҙып ҡалдырған. Туделынан Венямин һәм Регенсбургтан Перхия кеүек йәһүд сәйәхәтселәре, Киевта ҙур йәһүд общинаһы йәшәгән ҡала, тип атай. Монголдар баҫып алған осорҙа община ҡала менән бергә юҡ ителә һәм тик поляк идаралығы дәүерендә генә тергеҙелә. Был осорҙа йәһүдтәр бер нисә тапҡыр (1459 һәм 1619 йылдарҙа) ҡаланан ҡыуыла[26]

1648 йылда, Украинала йәшәгән бөтә йәһүдтәр кеүек үк, Хмельницкийҙың казак ихтилалынан община ҙур зыян күрә. 1654 йылда Киевты Мәскәү батшалығына ҡушҡандан һуң йәһүдтәргә ҡалала төпләнеү тыйыла, тик 1793 йылда Польшаны бүлгәндән һуң ғына был тыйыу алына, шунан һуң ғына Киевҡа поляк йәһүдтәре килеп ултыра башлай.

Гинзбург йорто

]]

XIX быуатта община артабан үҫә һәм оҙаҡламай Украинаның мөһим йәһүд общиналарының береһенә әйләнә. Был осорҙа ҡала бик күп синагога, шул иҫәптән ҡаланың төп синагогаһы — Бродский синагогаһы ла төҙөлә. Шулай уҡ бер нисә мәктәп һәм оҫтахана төҙөлә.

XIX быуаттың тәүге яртыһында һәм XX быуаттың башында община бер нисә ҡыйралыш кисерә — 1882 йылда тиҫтәләгән йәһүд үлтерелә һәм яралана, күп йорттар талана. 1905 йылда община тағы ла ҡыйралыштан зыян күрә. 1913 йылда Киевта Бе́йлис эше киң билдәлелек ала — йәһүд Менахем Мендел Бейлисты 12 йәшлек уҡыусыны ритуаль үлтереүҙә ғәйеләү буйынса суд процесы була. Процесс һөҙөмтәләре буйыса Бейлис аҡлана.

Граждандар һуғышы һәм Украинаның бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышы барышында община бер-береһенә ҡаршы булған көстәр тарафынан бер нисә ҡыйралыштан зыян күрә. Һуғыш тамамланып, совет власы урынлаштырылғас, община йәһәт үҫә һәм 1939 йылға 224 000 кешегә етә[26]

Нацист Германияһы СССР-ға һуғыш башлағандан һуң йәһүдтәрҙең күбеһе ҡаланан сығып ҡаса. 1941 йылдың 29—30 сентябрендә ҡалала ҡалған йәһүдтәр Бабий Ярға ҡыуып сығарыла һәм шунда үлтерелә. Холокостың киң билдәле ошо бер эпизодында ғына 33 731 кеше һәләк була. 1941—1942 йылдарҙа тағы ла 15 000 йәһүд атып үлтерелә. Һуғыштан һуң ҡалаға иҫән ҡалған йәһүдтәр ҡайта, һәм община тергеҙелә. 1946 йылда ҡалала бер генә синагога эшләй, ҡаланың тәғәйенләнгән һуңғы раввины Панец 1960 йылда эшен ташлай һәм 1968 йылда вафат була. Унан һуң 1990-сы йылдарға тиклем Киевта бөтөнләй раввин булмай[26].

Большая хоральная синагога Синагога Баришпольського Хоральная синагога Бродского Галицкая синагога Караимская кенаса

СССР тарҡалғандан һәм Украинаның бойондороҡһоҙлоғо тергеҙелгәндән һуң йәһүдтәрҙең күпселеге эмиграцияға китә. 1990-сы йылдарҙа дини община ҡайтанан эшләй башлай; шулай уҡ Бабий Ярҙа Холокост ҡорбандарына мемориаль асыла, унда йыл һайын рәсми сара үткәрелә[27]. На сегодняшний день в Киеве живёт около 20 000 евреев. В городе есть две еврейские школы и две главные религиозные общины с двумя синагогами — Хабад (раввин Моше Асман) и Карлин (Яков Блайх он же главный раввин Украины)[28].

Киевта һәм Киев өлкәһендә ювелир Иосиф Маршак (1854), философ Лев Шестов (1866), сатирик Яков Ядов (1873), яҙыусы Илья Эренбург (1891), рәссам Сандро Фазини (1892), совет дәүләт ҙәм партия эмәкәре Лазарь Каганович (1893), Израиль сәйәсмәне Голда Меир (1898), пианист Владимир Горовиц (1903), кинорежиссёр Майя Дерен (1917), физик Маркос Мошинский (1921)[29].

Киев илдең эре иҡтисади һәм сәнәғәт үҙәге булып тора. Халыҡ һаны яғынан да, шулай уҡ эшлекле әүҙемлек йәһәтенән дә ул Украинаның иң ҙур ҡалаһы. 2010 йылдың 1 ғинуарына Киевта 238 000 йүнселлек субъекты теркәлгән[30].

Рәсми мәғлүмәттәр 2004 йылдан алып 2008 йылға тиклемге осорҙа Киевтың иҡтисады илдең башҡа өлөшөнән алда барыуын күрһәтә (килем йылына уртаса 11,5 процентҡа арта)[30][31]. 2007 йылда башланған донъя финанс көрсөгенән һуң Киев иҡтисады 2009 йылда ҙур зыян күрә: тулайым төбәк продукты 13,5 процентҡа кәмей[31]. Бик юғары кимәлдә булыуына ҡарамаҫтан, тотош ил менән сағыштырғанда әүҙемлек 1,6 процентҡа аҙыраҡ түбәнәйә[31]. Киев иҡтисады, Украинаның башҡа өлөшөндәге кеүек үк, 2010 һәм 2011 йылдарҙа бер аҙ күтәрелә. Киев килеме уртаса кимәлдә булған ҡала, хәҙерге ваҡытта хаҡтар күп кенә американ ҡалаларындағы хаҡтар менән сағыштырырлыҡ (йәғни Көнбайыш Европаға ҡарағанда байтаҡҡа түбән).

Иҡтисади нигеҙенең ҙур һәм төрлө булыуы һәм ниндәйҙер айырым тармаҡҡа йәки компаниеға бәйле булмауы арҡаһында, ҡалала эшһеҙлек кимәле элек-электән сағыштырмаса түбән була — 2005 — 2008 йылдарҙа ни бары 3,75 %[30]. 2009 йылда эшһеҙлек кимәле 7,1 процентҡа күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, ил буйынса уртаса кимәлдән (9,6 %) түбәнерәк булып ҡала[30].

2019 йылдың июленә Киевта уртаса эш хаҡы 16 249 гривен (560 евро/630 долларов США) тәшкил итә[31][32].

Киев, һис шикһеҙ, Украинаның бизнес һәм коммерция үҙәге булып тора, илдең Украина Нефтогазы, Энергобаҙар һәм Киевстар кеүек эре компаниялары бында урынлашҡан. 2010 йылда милли ваҡлап һатыуҙың 18 проценты һәм төҙөлөш эшмәкәрлегенең 24 проценты ҡала өлөшөнә тура килә[30][31]. Күсмәҫ милек — Киев иҡтисады нигеҙҙәренең береһе. Фатирҙарҙың уртаса хаҡы илдәге иң юғарыһы, Көнсығыш Европа менән сағыштырғанда ла иң юғарыһы[33]. Киев шулай уҡ коммерция күсмәҫ милке буйынса ла юғары урындарҙы биләй, сөнки илдең иң юғары офис биналары ла Киевта урынлашҡан («Гулливер», «Парус») кеүектәре һәм Украинаның иң эре сауҙа үҙәктәре («Dream Town» һәм «Ocean Plaza»кеүектәре).

Еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте, химия производствоһы, машиналар эшләү, фармацевтика, металлургия, авиатөҙөлөш, полиграфия, включая нәшер итеү, матбуғат һәм яҙылған мәғлүмәттәрҙән к-сермә эшләү Киевта сәнәғәттең төп тармаҡтары булып тора[30]. В Киеве, также, расположен Институт транспорта нефти.

Эре предприятиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Антонов конструктор бюроһында эшләнгәнАн-124

Киев — эре транспорт узелы (тимер юлы һәм шоссеюлдар, йылға порты, аэропорттар). 1960 йылдан метрополитен эшләй. Автобус, троллейбус һәм трамвай селтәрҙәре үҫешкән, фуникулёр эшләй.

«Борисполь», терминал «D»

1941 йылда юҡҡа сығарылған Броварский тәүге эре пассажир аэропорты (шулай уҡ хәрби аэродромы менән бергә) була[сығанаҡ 2979  көн күрһәтелмәгән].

Әлеге ваҡытта Киевта өс аэропорт эшләй:

  • Халыҡ-ара «Борисполь» аэропорты (Киевтың көньяҡ-көнсығышындараҡ, Киев өлкәһенең Борисполь ҡалаһында урынлашҡан).
  • Халыҡ-ара «Киев» аэропорты (Жуляны).
  • Халыҡ-ара «Антонов» аэропорты (Гостомель).

Ҡала эсендә шулай уҡ Святошин эксперименталь аэродромы (Киев «Авиант» авиазаводының һынауҙар үткәреү аэродромы). Ҡала тирәләй Васильков, Узин, Белая Церковь ҡалаларында хәрби аэродромдар урынлашҡан. Васильков һәм Белая Церковь аэродромдарын пассажир аэропорттары булараҡ файҙаланыу пландары буйынса бер нисә тапҡыр фекер алышыу була. Ҡала янында ҙур булмаған бер нисә аэродром бар: Чайка (ОСААФ-тың элекке базаһы, парашют базаһы, спорт авиацияһы), Бузовая (планер базаһы), Долина (спорт авиацияһы), Наливайковка (спорт авиацияһы), Бышев, Бородянка (парашют базаһы), Девички, Гоголев, Киев-Южный (Гребинки, ауыл хужалығы авиацияһы, парашют базаһы, вертолёттар) һәм башҡалар.

2017 йылда 11 миллиондан ашыу пассажир Киев аэропорттары хеҙмәтенән файҙаланған[34].

йылда Киев — эре тимер юл узелы. Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлының баш идаралығы Киевта урынлашҡан. Үҙәк тимер юл станцияһы — Киев-Пассажирский.

Фастов, Коростень, Нежин, Гребёнка, Мироновка йүнәлештәрендәге биш магистраль юл Киевта киҫешә. Шулай уҡ «Төньяҡ ҡулса» юлы ла Киев аша үтә, ул Борщаговка һәм Святошин станцияларынан Почайна һәм Киев-Днепровский станциялары аша Дарница станцияһына тиклем бара. Бөтә магистраль юлдар ҙа электрлаштырылған. Почайна станцияһынан Вышгородҡа тиклем электр үткәрелмәгән ведомстово тимер юлы бар. 2011 йылда көнөнә бер нисә тапҡыр ҡала яны дизель-поезы йөрөй. Пассаржирҙар ағымы түбән кимәлдә булыу сәбәпле, хәҙер был линияла поезд йөрөмәй.

Вид на Киев тимер юл вокзалы

2009 йылда ҡала электричкаһының тәүге сираты эшләй башлай, 011 йылдың 4 октябренән ҡулса тимер юлы буйлап 2 поезд йөрөй.

Тимер юл вокзалдары:

Киев йылға порты

Киев йылға порты 1897 йылдың июлендә төҙөлә. Порт причалдары Гавандән метроның «Днепр» станцияһына тиклем һуҙыла. Днепр буйлап йөктәр һәм пассадирҙар ташыу менән «Укрречфлот» судно йөрөтөү компаниеһы шөғөлләнә. Совет осоронда пассажир ташыу рентабелле булмай, шуға күрә компание дәүләт дотацияһын ала. 1992 йылдың 11 ноябрендә «Укрречфлот» хосусилаштырыла, йөктәр һәм пассажирҙар ташыу ҡырҡа кәмей башлай, шул уҡ ваҡытта пассажир караптары һәм суднолар сит илгә һатыла, йәки металл һынығы итеп тапшырыла. Хәҙерге ваҡытта Днепр буйлап пассажирҙар өсөн Киев ҡалаһы тирәһендә генә экскурсия маршруттары эшләй. 2009 йылда Киевта ҡаланың уң яҡ ярын һул яҡ яры менән тоташтырыу өсөн онотолған йәмәғәт транспорты төрө - "йылға трамвайы" йөрөй башлай. Трамвай йылдың тик йылы ваҡытында ғына йөрөй. Днепр эре габаритлы йөктәрҙе ташыу өсөн файҙаланыла.

Автомобиль юлдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киев — Украинаның эре автомобиль юлдары узелы. Ҡалала автомобиль юлдарының оҙонлоғо 1600 километрҙан ашыу, 2018 йылға уларҙың 78 проценҡа яҡынының файҙаланыу ваҡыты үткән[35][36].

Халыҡ-ара әһәмиәттәге бер нисә автомобиль юлы Киев аша үтә. Киевтан көнбайышҡа табан йүнәлештә ике юл бара: Венгрия сигенә, Чоп ҡалаһына, М 06 автоюлы, ә Польша сигенә — М 07 автоюлы[uk]; көнсығыш йүнәлештә (Одессаға) М 05 автоюлы, төньяҡҡа (Белоруссияға) — М 01 автоюлы, көньяҡ-көнсығышҡа (Харьковҡа) М 03 автоюлы[uk]. Киевтан шулай уҡ ике милли автоюл сыға: көньяҡҡа, илдең үҙәк өлкәләренә — Н 01 автоюлы[en], ә Рәсәй сигенә (Юнаковкаға) — Н 07 автоюлы[uk].

Киевта метрополитен төҙөлөшө 1949 йылда башлана, Метрополитендың тәүге участкаһы 1960 йылдың 6 ноябрендә төҙөлә. Әлеге мәлдә дөйөм оҙонлоғо 67,6 км булған өс һыҙат — (Святошинск-Броварский, Оболонск-Теремковский, Сырецк-Печерский) эшләй, уларҙа 52 станция бар. Көнөнә метрополитен 1,439 миллионға яҡын пассажир (2012 йылға) ташый. Метрополитендың тәүге сираты станциялары архитектура ҡомартҡылары булып тора. 2012 йылда «Алтын ҡапҡа» станцияһы Европалағы метрополитендарҙың иң матур 22 станцияһы исемлегенә инә(по версии Daily Telegraph)[37].

20102013 йылдарҙа Оболонск-Теремковский һыҙатында алты станция асыла — «Демиевский», «Голосеевский», «Васильковский», «Күргәҙмәләр үҙәге»[38], «Ипподром»[39] һәм «Тирмәләр»[40].

Яңы дүртенсе Подольск-Вигуровский һыҙатында Днепр йылғаһы һәм Десёнка аша күперҙән сығыу урыны һәм Сырецк-Печерский һыҙатының ҡаланан төньяҡ-көнбайышҡа табан дауамы ике — «Мостицкий» һәм «Правда проспекты» станциялары менән бергә төҙөлә, метрополитендың бишенсе Вышгородск-Дарницкий һыҙатының проекты буйынса эш алып барыла.

Трамвай Pesa Twist

Киев — Рәсәй империяһының электр трамвайы йөрөй башлаған тәүге ҡалаһы. Оҙонлоғо 1,5 км булған тәүге һыҙат 1892 йылдың 13 июнендә Александровский ауышлығы (теперь — Владимир ауышлығы) һәм Александров урамы (Сагайдачный урамы) буйлап асыла. 1978 йылдың 30 декабрендә Владимир Веклич[41] һәм Василий Дьяконов[42] инициативаһы буйынса Киевта СССР-ҙағы тәүге тиҙ йөрөшлө трамвай һыҙатын Еңеү майҙанынан Борщаговка торлаҡ массивына тиклем һуҙалар.

1990 йыл трамвай селтәрен үҫтереүҙә төп ролде уйнай — һыҙаттарҙың дөйөм оҙонлоғо 275,9 км тәшкил итә, производство базаһында пассажирҙар өсөн 904 трамвай вагоны туплана, йылына 438 000 000 кеше ташыла. 1990-сы йылдар уртаһынан трамвай хужалығы әкренләп бөлгөнлөккә төшә, 2005 йылға ярашлы күрһәткестәр 258,3 км һәм 509 трамвай вагондарына тиклем түбәнәйә, йылына 175 600 000 кеше ташыла. 2004 йылда Патон күпере реконструкцияланғандан һуң ҡаланың трамвай селтәре ике айырым — һул яҡ яр һәм уң яҡ яр өлөштәренә бүленә.

Киев фуникулёры

Фуникулёр Үрге ҡаланан Подолға төшкәндә юлды ҡыҫҡартыу буйынса уңайлы ысул булараҡ төҙөлә. Ул 1905 йылдың май айында сафҡа индерелә. Уның оҙонлоғо 193 м. 1928 (41 метрға оҙонайтыла), 1958 һәм 1984 йылдарҙа реконструкциялана.

ElectroLAZ-20 Софиевский майҙанынан Богдан Хмельницкий һәйкәле янынан үтә
Поезд из двух троллейбусов Škoda 9Tr, соединённых по системе Владимира Веклича[43] в Киеве (1986 год)

Киевта троллейбус хәрәкәтен ойоштороу буйынса эш, Киевҡа баш ҡала статусы ҡайтарылғас, 1934 йылда башлана. Красноармейский урамы (укр. Червоноармійська) тәүге троллейбус трассаһына әйләнә. 1966 йылдың 12 июнендә[43][44] Киев уйлап табыусыһы Владимир Веклич[45][46] донъя практикаһында беренсе тапҡыр[47] троллейбус поезын[48] уйлап таба. 1983 йылға Киев тролейбустар паркының яртыһынан күбеһе — 296 троллейбус поездары Владимир Веклич системаһы буйынса эшләй[49], һөҙөмтәлә водителдәр һаны 800-ҙән ашыуға кәмей[43]. Киевтағы уңышлы тәжрибә элекке СССР-ҙың 20-нән ашыу ҡалаһында ҡулланыла[50].

Хәҙерге ваҡытта троллейбус паркында К12, ЮМЗ, ЛАЗ Е183 и 301, МАЗ-103Т һәм Богдан машиналары иҫәпләнелә.

2000 йылға Киевта 35 троллейбус маршруты була. Троллейбус линияларының дөйөм оҙонлоғо 324,9 км тәшкил итә, паркта 640 машина бар. 2006 йылдың майынан троллейбус маршруттарының һаны 44-кә етә. 2010 йылдың декабренә 37 маршрут пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. 4 троллейбус депоһы эшләй.

1913 йылда уҡ Киевта беренсе тапҡыр даими автобус хәрәкәтен булдырырға тырышып ҡарайҙар. Ғәмәлдә тик 1925 йылда ғына автобустар хәрәкәте юлға һалына. Ул мәлдә берҙән-бер маршрутта ике генә автобус йөрөй. Хәҙер Киевта 90-ға яҡын муниципаль автобус маршруты эшләй. Пассажирҙарҙы 700 берәмек транспорт сараһы хеҙмәтләндерә. 8 автобус паркы бар.

Маршрут таксиҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киевта муниципаль транспорт линийларының күбеһендә параллель рәүештә маршрут таксиҙары линиялары эшләй. Маршрут такси линиялары ҡаланы уның ситендәге райондар менән тоташтыра. Маршрут таксиҙары линияларын шәхси компаниелар ҙа һәм коммунал АТП-лар ҙа хеҙмәтләндерә.

Киевта автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса автосервистар ҙа эшләй. 2019 йылға Киевта 1100-гә яҡын автосервис бар.

Днепр аша һалынған күперҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мост Патона

Днепр аша беренсе капиталь күпер 1853 йылда һалына — Сылбырлы күпер. 1870 йылда Дарницала хәрби инженер Аманд Струве етәкселегендә металдан тимер юл күпере төҙөлә, икенсе тимер юл күпере — Петровский — 1917 йылда төҙөлә, әммә тиҙҙән ул емеретелә һәм 1929 йылда ғына киренән тергеҙелә. Хәҙерге Патон күрепе районында понтондан Наводницкий күпере төҙөлә, уның атамаһы оҙаҡламай ике урам исеменә ҡушыла: Старонаводницкой һәм Новонаводницкий. 1914 йылда уның урынына стационар ағас күпер һалына, ул 1920 йылда емерелә һәм 1921 йылда ҡайтанан тергеҙелә һәм 1935 йылға тиклем файҙаланыла. Шул йылда шул уҡ урында яңы ағас күпер төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Днепр аша бөтә күперҙәр ҙә емерелә. Киевты азат иткәндән һуң (1943 йылдың 6 ноябре) ваҡытлыса ағас күперҙәр төҙөлә.

Хәҙерге ваҡытта ҡала эсендә Днепр ярҙарын 8 күпер тоташтыра, уларҙың 4-һе автомобиль күперҙәре — Төньяҡ, Метро күпере, Патон күпере һәм көньяҡ күперҙәре, икәүһе тимер юл күперҙәре — Дарницкий һәм Петровский, береһе тимер юл-автомобиль күпере — Кирп, шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн күпер. Подольский күперен төҙөү дауам итә.

Торлаҡ массивтары һәм башҡа урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Киевтың үҙәк райондарының береһе Подол панорамаһы.
Киевтың үҙәк райондарының береһе Подол панорамаһы.
Днепрҙың уң яҡ яры панорамаһы.
Днепрҙың уң яҡ яры панорамаһы.

Урам исемдәрен үҙгәртеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киеве 79 бульвар, урам, майҙан һәм тыҡырыҡтар декоммунизация тураһындағы законды үтәү гә ярашлы яңы исемдәр алды (11 марта 2016 йылдың 11 мартында был хаҡтағы документ Киев ҡала дәүләт хакимиәте сайтында баҫылып сыға).

Киев ҡала оСветының 2016 йылдың 11 февралендәге ҡарары нигеҙендә Рәсәй ҡалалары Махачкала[54] (2004), Мәскәү[51][54] (1992), Санкт-Петербург[54][93] (2001), Улан-Удэ, Волгоград, шулай уҡ Коми Республикаһы менән мөнәсәбәттәр өҙөлә[94].

Киевтың Почётлы граждандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Башҡорт энциклопедияһы — Мархасин Илья Львович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2019)
  2. Башҡорт энциклопедияһы — ЭРЕНБУРГ Илья Григорьевич 2021 йыл 12 ғинуар архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2021)
  3. Расчет расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911». Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано 13 август 2011 года. 2011 йыл 12 август архивланған.
  4. Дутчак Г. О., Рыжих В. Н. Дружественный визит Президента Франции де Голля в Киев: сила в государственном протоколе // Вестник государственного и муниципального управления. — 2014. — № 2—1.
  5. Igor Zaseda[uk] A Day with the Mayor: The restoration of Kiev's old disctricts and the construction of new residential areas in the city are two of Valentin Zgursky’s chief concerns // Soviet Life. — Washington, D.C.: Embassy of the Union of the Soviet Socialist Republics in the USA, 1982. — № 5 (May). — P. 15.
  6. Aesculus hippocastanum: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL(инг.) (Тикшерелеү көнө: 28 март 2009)
  7. Aesculus hippocastanum GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 28 март 2009)
  8. Белый каштан — символ Киева. Неофициальный городской сайт Киева. Архивировано 20 ноябрь 2012 года.
  9. При определении динамики народонаселения учитывалось изменение за период с 1 декабря 2017 года по 1 января 2018 года
  10. Киев поглотит всю область. Архивировано 17 июнь 2007 года. 2007 йыл 17 июнь архивланған.
  11. Конституція України | від 28.06.1996 № 254к/96-ВР (Стор. 1 з 3) (укр.)
  12. Про столицю України — місто-герой Київ | від 15.01.1999 № 401-XIV (укр.)
  13. «Удар» получил 77 из 120 мест в Киевсовете, не опубликованы данные по 37-му округу 2014 йыл 22 октябрь архивланған.
  14. 14,0 14,1 23.01.2020 Прес-конференція щодо результатів оцінки чисельності наявного населення України
  15. Чисельність населення (за оцінкою) на 1 січня 2020 року та середня чисельність у 2019 році 2020 йыл 2 март архивланған.
  16. Населення (1995—2012 рр.) (укр.). Головне управління статистики у м. Києві. Дата обращения: 5 апрель 2010. Архивировано из оригинала 4 октябрь 2013 года. 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
  17. При определении динамики народонаселения учитывалось изменение за период с 1 декабря 2017 года по 1 января 2018 года
  18. Соціально-економічний стан України: наслідки для народу та держави. — Національна доповідь, Київ, 2009. С. 211 (укр.)
  19. Население г. Киева (1995—2016) (укр.)
  20. Население Украины (1995—2016) (укр.)
  21. Миграционное движение населения в 2016 году (укр.)
  22. Історія міст і сіл Української РСР: В 26 т. Київ / Гол. ред. кол.: Тронько П. Т. (гол. Гол. редкол.), Бажан М. П., Білогуров М. К., Білодід I. K., Гудзенко П. П., Дерев′янкін Т. І., Касименко О. К. (заст. гол. Гол. редкол.), Кондуфор Ю. Ю., Королівський С. М., Кошик О. К., Мітюков О. Г., Назаренко І. Д., Овчаренко П. М., Пилькевич С. Д., Ремезовський Й. Д. (заст. гол. Гол. редкол.), Слабєєв І. С. (відп. секр. Гол. редкол.), Цілуйко К. К.; Ред. кол. тома: Бойченко В. О. (гол. редкол.), Касименко О. К., Котов В. Н.. Кошик О. К. (заст. гол. редкол.), Марченко М. І., Мельник Л. Г., Овчаренко П. М., Прощарук Г. П., Рудько М. П. (відп. секр. редкол.). АН УРСР. Інститут історії. — К.: Голов. ред. УРЕ АН УРСР, 1968. — стр. 57 — 587 с.
  23. Кабузан В. М. Украинцы в мире динамика численности и расселения. 20-е годы ХVIII века — 1989 год Формирование этнических и политических границ украинского этноса. Ин-т рос. истории РАН. М. Наука, 2006. — стр. 290—658 с.
  24. Тархов С. А. «Итоги переписи населения Украины 2001 года» — Четвёртые сократические чтения по географии. Научные теории и географическая реальность. // Сборник докладов / Под редакцией [[Шупер, Вячеслав Александрович|В. А. Шупера]. — М.: Эслан, 2004. — C. 144—164.]
  25. «Блеск и нищета» киевлян. Архивировано 3 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 3 ноябрь архивланған.
  26. 26,0 26,1 26,2 Kiev (ингл.). Encyclopaedia Judaica. Дата обращения: 25 июнь 2013. Архивировано 29 июнь 2013 года.
  27. Peres will attend memorial ceremony at Ukraine’ Babi Yar | JPost | Israel News
  28. Jewish community in Kiev (ингл.). www.jpeopleworld.com. Дата обращения: 25 июнь 2013. Архивировано 29 июнь 2013 года.
  29. Ганна Руденко. Еврейская Украина: 10 фактов о евреях Киева. Jewish news. Архивировано 22 октябрь 2016 года. 2016 йыл 22 октябрь архивланған.
  30. 30,0 30,1 30,2 30,3 30,4 30,5 Industrial Production by Economic Activity
  31. 31,0 31,1 31,2 31,3 31,4 Gross Domestic Product
  32. index.minfin.com.ua/ua/labour/salary/average/Київ/
  33. Price per Square Meter Ukraine | Ukrainian Cost per Square Meter 2020 йыл 11 ғинуар архивланған.
  34. Аэропорт Борисполь обслужил 10-миллионного пассажира. Дата обращения: 2 ғинуар 2018.
  35. Новости Украины — Около 80 % дорог в Киеве не соответствуют должным стандартам 2021 йыл 3 май архивланған.
  36. Тільки останні кілька років столиця дійсно будує і ремонтує дорожнє покриття — Дмитро Давтян. 12 февраля 2018
  37. Станция метро «Золотые ворота» попала в рейтинг самых впечатляющих европейских станций метро
  38. Азаров покатался в пустом метро. Украинская правда (27 декабрь 2011). Дата обращения: 30 декабрь 2011.
  39. В Киеве открылась станция метро «Ипподром». Подробности (25 октябрь 2012). Дата обращения: 5 декабрь 2012.
  40. Київ відкрив станцію метро «Теремки» (укр.). Українська правда (6 ноябрь 2013). Дата обращения: 8 ноябрь 2013.
  41. Статья «Как в Киеве появилась первая в СССР линия скоростного трамвая. Исторические фото». На сайте «www.autoconsulting.ua» (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 25 декабрь 2015. Архивировано 25 декабрь 2015 года.
  42. Статья «Первый в СССР: Самые интересные факты к 37-летию киевского скоростного трамвая». На сайте журнала «Новое время». Дата обращения: 30 декабрь 2015. Архивировано 31 декабрь 2015 года.
  43. 43,0 43,1 43,2 Статья «Какое киевское изобретение предопределило развитие городского транспорта на несколько десятилетий» на сайте «www.autoconsulting.com.ua» (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 11 сентябрь 2015. Архивировано 14 сентябрь 2015 года.
  44. Веклич В. Ф. Поезд из троллейбусов МТБ-82 с управлением по системе «многих единиц» // Городское хозяйство Украины. — 1967. — № 2. — С. 37-38. — ISSN 0130-1284 (укр.)
  45. Энциклопедия современной Украины: в 25 т. / Под ред. И. М. Дзюба и др. — Киев : 2005. — Т. 4. — С. 187 — ISBN 966-02-3354 (укр.)
  46. Крат В. И.Владимир Филлипович Веклич // Коммунальное хозяйство городов. Киев: Техника — 1998. — № 17. — С. 3-9. — ISSN 0869-1231 (укр.)
  47. Брамский К. А. Первый в мире троллейбусный поезд // Городское хозяйство Украины. — 2013. — № 4. — С. 30-31. — ISSN 0130-1284 (укр.)
  48. Фонова М. «Ракета» Веклича // газета «Вечерний Киев», 2 ноября 1970. — С. 2. (укр.)
  49. Брамский К. А. Троллейбусный поезд Владимира Веклича // газета «Всеукраинская техническая газета», 11 декабря 2003 р. (укр.)
  50. Веклич В. Ф. Автореферат докторской диссертации: Повышение эффективности эксплуатации безрельсового электрического транспорта применением средств диагностирования и управления по системе многих единиц — Москва: Всесоюзный научно-исследовательский институт железнодорожного транспорта, 1990 С. 6
  51. 51,00 51,01 51,02 51,03 51,04 51,05 51,06 51,07 51,08 51,09 51,10 51,11 51,12 51,13 51,14 51,15 51,16 51,17 51,18 51,19 51,20 51,21 51,22 51,23 51,24 51,25 51,26 51,27 51,28 51,29 51,30 51,31 51,32 51,33 51,34 51,35 51,36 51,37 51,38 51,39 51,40 Станислав Цалик. Город Киев — города-побратимы. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано из оригинала 20 май 2013 года. 2013 йыл 20 май архивланған.
  52. Documents Signed by Municipal and Regional Authorities of Ukraine and the Republic of Turkey. Архивировано из [www.mfa.gov.ua/turkey/en/publication/content/41784.htm оригинала] 23 декабрь 2012 года.
  53. Ankara Metropolitan Municipality: Sister Cities of Ankara. Ankara Büyükşehir Belediyesi — Tüm Hakları Saklıdır. Kullanım Koşulları & Gizlilik. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года. 2009 йыл 14 ғинуар архивланған.
  54. 54,00 54,01 54,02 54,03 54,04 54,05 54,06 54,07 54,08 54,09 54,10 54,11 54,12 54,13 54,14 54,15 54,16 54,17 54,18 54,19 54,20 54,21 54,22 54,23 54,24 54,25 54,26 54,27 54,28 54,29 54,30 54,31 54,32 54,33 54,34 54,35 54,36 54,37 54,38 54,39 54,40 54,41 54,42 54,43 54,44 54,45 54,46 54,47 Міжнародне співробітництво — Київська міська державна адміністрація (укр.) (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  55. Культурно-гуманітарне співробітництвоміж Україною та Туркменістаном (укр.). Архивировано из [www.mfa.gov.ua/turkmenistan/ua/2886.htm оригинала] 23 декабрь 2012 года.
  56. The main directions of foreign relations of the executive authorities of Baku (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 15 июль 2007. Архивировано 4 август 2012 года. 2007 йыл 14 июль архивланған.
  57. Executive Power of the Baku City. Azerbaijan.az. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
  58. Cities-partners of Ukraine and the Republic of Serbia. Архивировано из [www.mfa.gov.ua/serbia/en/publication/content/39821.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  59. International Cooperation. Official website. Дата обращения: 10 июль 2007. Архивировано 4 август 2012 года.
  60. Beograd: Međunarodni odnosi. Stalna konferencija gradova i opština Srbije. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано из оригинала 16 июнь 2007 года. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  61. Міжрегіональне співробітництво між Україною та Бразилією (укр.). Архивировано из [www.mfa.gov.ua/brazil/ua/25065.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  62. Bratislava City — Twin Towns. Bratislava-City.sk. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
  63. Sister cities of Budapest (болг.). Official Website of Budapest. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано из оригинала 9 март 2005 года. 2005 йыл 9 март архивланған.
  64. Listado de ciudades hermanas. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года. 2011 йыл 16 июль архивланған.
  65. Співробітництво міст України та Польщі. Архивировано из [www.mfa.gov.ua/poland/ua/publication/content/32034.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  66. Miasta partnerskie Warszawy. um.warszawa.pl. Biuro Promocji Miasta (4 май 2005). Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2007 года. 2007 йыл 11 октябрь архивланған.
  67. Міжрегіональне співробітництво між Україною та Австрією (укр.). Архивировано из [www.mfa.gov.ua/austria/ua/29268.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  68. Побратимські зв’язки між містами України та Республіки Куба (укр.). Архивировано из [www.mfa.gov.ua/cuba/sp/publication/content/46991.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  69. Kiev (Ukraine) (ингл.). Yerevan municipality official website. Дата обращения: 21 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 5 ноябрь 2013 года.
  70. Yerevan Municipality — Partner Cities (ингл.). Yerevan municipality official website. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года. 2013 йыл 5 ноябрь архивланған.
  71. Ukrainian-Israeli municipal cooperation. Архивировано из [www.mfa.gov.ua/israel/en/publication/content/43306.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  72. Kyoto City Web / Data Box / Sister Cities. www.city.kyoto.jp. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
  73. 73,0 73,1 73,2 «Киев. Энциклопедический справочник» УСЭ, Киев-1985.
  74. 74,0 74,1 Leipzig — International Relations. Leipzig City Council, Office for European and International Affairs. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года. 2013 йыл 10 сентябрь архивланған.
  75. Города-побратимы. КУП «Центр информационных технологий Мингорисполкома». Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года. 2013 йыл 2 май архивланған.
  76. Побратимські стосунки між містами та регіонами (укр.). Архивировано 30 декабрь 2006 года. 2006 йыл 30 декабрь архивланған.
  77. Sister Cities. Beijing Municipal Government. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года. 2017 йыл 16 июль архивланған.
  78. 15-річчя підписання Договору про співробітництво між Києвом і Преторією (укр.). Архивировано из [www.mfa.gov.ua/rsa/ua/12450.htm оригинала] 5 август 2012 года.
  79. Twin cities of Riga. Riga City Council. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 18 август 2012 года. 2012 йыл 1 июнь архивланған.
  80. Міжрегіональне співробітництво між Україною та Латвією (укр.). Архивировано из [www.mfa.gov.ua/latvia/ua/26040.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  81. [[[s:pt:Lei Municipal do Rio de Janeiro 4917 de 2008]] Lei Municipal do Rio de Janeiro 4917 de 2008] (порт.). Wikisource. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 24 август 2011 года.
  82. Побратимські зв’язки між містами України та Республіки Болгарія (укр.). Архивировано из [www.mfa.gov.ua/bulgaria/ua/publication/content/38988.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  83. Асоціація міст України і Національна асоціація общин республіки Болгарія підписали угоду про співпрацю (укр.). Архивировано 28 сентябрь 2011 года. 2012 йыл 14 март архивланған.
  84. Regional cooperation between Ukraine and Sweden. Архивировано из [www.mfa.gov.ua/sweden/en/publication/content/39899.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  85. 85,0 85,1 Cultural and Humanitarian Cooperation between Ukraine and Finland. Архивировано из [www.mfa.gov.ua/finland/en/publication/content/11175.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  86. Tbilisi Municipal Portal — Sister Cities. Tbilisi City Hall. Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года. 2007 йыл 7 ноябрь архивланған.
  87. Міська газета «Новини Прибужжя» 30 грудня 2009 (укр.). Архивировано 21 июль 2011 года. 2011 йыл 21 июль архивланған.
  88. International Alliance Program (недоступная ссылка — история). City of Toronto. Дата обращения: 21 декабрь 2013. Архивировано 4 август 2012 года. 2012 йыл 28 май архивланған.
  89. Partenariat et amitié — France — Ukraine (фр.). Архивировано из [www.mfa.gov.ua/france/fr/publication/content/10806.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  90. Побратимські зв’язки між містами України та США (укр.). Архивировано из [www.mfa.gov.ua/usa/ua/1608.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  91. Chicago Sister Cities (ингл.). Chicago Sister Cities International (2009). Дата обращения: 14 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
  92. Співробітництво між Україною та Великобританією в гуманітарній сфері (укр.). Архивировано из [www.mfa.gov.ua/uk/ua/30214.htm оригинала] 22 декабрь 2012 года.
  93. Международные и межрегиональные связи || Официальный портал Администрации Санкт-Петербурга. Архивировано 24 декабрь 2013 года. 2013 йыл 24 декабрь архивланған.
  94. «Москаль нам не брат»: в Киеве приняли решение по российским городам-побратимам 2016 йыл 24 октябрь архивланған.
  95. Les pactes d'amitié et de coopération. Mairie de Paris. Дата обращения: 14 июль 2012. 2015 йыл 27 март архивланған.