Гигрофиттар
Гигрофиттар (гр. hygros — дымлы һәм фит) — дымлы урында үҫкән үҫемлектәр.
Ҡыҫҡаса мәғлүмә т
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гигрофиттар һыу үҫемлектәре (гидрофиттар) һәм дым кимәле етерлек, ләкин артыҡ булмаған шарттарҙа үҫеүсе үҫемлектәр (мезофиттар) араһында урталыҡты алып тора. Гигрофиттар өсөн юғары транспирация (һыуҙың парға әйләнеүе), һауа йөрөтөүсе туҡыманың булыуы (аэренхима), тамыр системаһының, һабаҡтың механик туҡымаларының, бағана хлоренхимаһы һәм япраҡ кутикулаһының насар үҫешеүе хас.
Бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта бүлкәт Гигрофиттары, шул иҫәптән Башҡортостан Гигрофиттары, 2 төркөмгә бүленә. Эре япраҡтары м‑н айырылып торған күләгә, йәки йоҡа япраҡлы Г. күләгәле урманда үҫә, ергә яҡын һауа ҡатламының дымлылығын һаҡлауға булышлыҡ итә (адокса, ҡына һ. б.), һауаның түбән дымлылығында тиҙ һулый. Яҡтылыҡ Г. асыҡ урында, һәр ваҡыт артыҡ дымлы булған тупраҡта, һауаның юғары дымлылығында үҫә (йөрәгүлән, һаҙ бөрмәкәйе, һаҙ томбойоғо һ. б.), һыу режимының үҙгәреүенә насар яраҡлаша. Яҡтылыҡ гигрофиттары араһында яр буйы (көтөүсе ҡумыҙы, терпебаш, һыусәсәк, шәкәрле тамыр) һәм һаҙлыҡ (ҡылысъяпраҡ, өсьяпраҡ, һаҙғанат һ. б.) үҫемлектәре күп. Г. шулай уҡ ҡайһы бер мүктәр (һаҙ мүге) ҡарай. Декоратив үҫемлектәр (ваҡ сәскәле йөрәгүлән, мускуслы адокса, һаҙғанат, ябай ҡына), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (күл йыуаһы), дарыу үҫемлектәре (өс бүлемле эт дегәнәге, һаҙ ҡылысъяпрағы һ. б.), мал аҙығы үҫемлектәре (ҡалҡҡан терпебаш, яҡынайған күрән һ. б.), ағыулы үҫемлектәр (ағыулы лютик, һаҙ томбойоғо һ. б.). Г. үҫемлектәрҙең 50 һирәк төрө (аҙ сәскәле күрән, бер бүлбеле тәбәнәк әшәлсә, оҙон япраҡлы бармаҡтамыр, өс теленмәле мәрйентамыр, һаҙ баҙыҡайы, һаҙ хаммарбияһы, һары күбәләк сәскәһе, һарымһаҡ туйрауты, шифалы ҡырлут һ. б.; реликттар — тупаҡ сверция, тутлы схенус һ.б.; эндемиктар — урал елбәгәйе) Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына, шуларҙың 5‑еһе (Лёзель липарисы, оҙон әшәлсә, һуғанбашлы калипсо, ябай ҡылысүлән, япраҡһыҙ һаҡалтай сәскә) РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гигрофиты // Большая советская энциклопедия. — М.: «Советская энциклопедия», 1971. — Т. 6.