Андрианов Николай Ефимович
Андрианов Николай Ефимович (14 октябрь 1952 йыл — 21 март 2011 йыл) — совет гимнасы, Олимпия уйындары тарихында төрлө спорт төрҙәре буйынса яуланған миҙалдар һаны буйынса (15) өсөнсө урынды биләй, уларҙың 7-һе алтын миҙал. Күп тапҡырҙар донъя, Европа һәм СССР чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1972), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры.
1979 йылдан КПСС ағзаһы, ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ағзаһы һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитеты бюроһына ағзалыҡҡа кандидат (1978—1982).
Биографияһы һәм спорт карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Никола́й Ефи́мович Андриа́нов 1952 йылдың 14 октябрендә Владимир ҡалаһында тыуа. Бала сағынан гимнастика мәктәбендә шөғөлләнә[3].
Спорт гимнастикаһында Николай Григорьевич Толкачев Андриановтың тәүге һәм даими тренеры була. Николайҙың бала сағы ихатала үтә, әсәһе биш баланы яңғыҙы үҫтерә, күп эшләй. Бер ваҡыт Николай Андрианов спорт гимнастикаһы мәктәбенә барып эләгә һәм Николай Толкачев менән таныша. Тәүҙә мөнәсәбәттәре ҡатмарлы була: күнекмәләрҙе башлағандан һуң бер ай үткәс, Андрианов гимнастиканы ташларға ҡарар итә һәм күнекмәләргә йөрөүҙән туҡтай. Әммә тренер уны кире ҡайтырға күндерә. Николай Толкачев хатта уға өйгә эштәрен эшләргә лә ярҙамлаша башлай. Андриановтың тәүге сығыштары әллә ни уңышлы булмай, спортсы төшөнкөлөккә бирелә — әммә тренерының психологик өгөт-нәсихәтенән һуң Андрианов гимнастиканы ташламаҫҡа була[4]. Николай Андрианов ауырып киткәс, ә әсәһенең уны тәрбиәләп ултырырлыҡ мөмкинлеге булмағас, тренерҙың ғаиләһе уны үҙ өйөнә йәшәргә саҡыра. Николай Толмачев мәктәпкә тәрбиәләнеүсеһенең ата-әсәләр йыйылыштарына ла үҙе йөрөй[5].
Андрианов Мәскәүҙәге Олимпиадала спортсылар исеменән Олимпия антын әйтеү хөрмәтенә лайыҡ була.
Олимпия миҙалдарынан тыш, Николай Андриановтың башҡа наградалары ла бик күп. Ул күпбәйгелә (1978) һәм ике тапҡыр ҡулсала (1974, 1978) донъя чемпионы. Күп тапҡырҙар Европа чемпионы (1971—1975). 1975—1977 йылдарҙа Донъя кубогы ярыштары еңеүсеһе. Күп тапҡырҙар СССР чемпионы. 2001 йылда Оклахома-Ситиҙағы Гимнастика буйынса Дан залына индерелә[6]. 2008 йылдың авгусына тиклем Андрианов олимпия наградалары һаны буйынса (15) ирҙәр араһында абсолют рекордсы була, Америка йөҙөүсеһе Майкл Фелпс 16-сы миҙалын яулағас, рекорд уға күсә.
Спорт карьераһын тамамлағас, Николай Андрианов балалар тренеры була. 1994—2002 йылдарҙа Японияла Мицуо Цукахараның хосуси гимнастика клубында эшләй, 2002 йылда Владимирҙа спорт мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә[7].
Ҡатыны совет гимнасы, команда ярышында ике тапҡыр олимпия чемпионы (1968, 1972) Любовь Бурда була.
Николай Андрианов 2011 йылдың 21 мартында оҙайлы ауырыуҙан һуң (оливопонтоцеребелляр атрофия[8]) 59-сы йәшендә Владимир ҡалаһында вафат була[9][10][11].
Мәрхүм менән хушлашыу 2011 йылдың 24 мартында Владимир Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә. Ҡаланың Улыбышево зыяратында Почёт аллеяһында Олимпия уйындары һәм донъя чемпионы саңғысы Алексей Прокуроров һәм гимнаст Юрий Рязанов менән йәнәш ерләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 14 октябрендә Владимирҙа Н. Г. Толкачев исемендәге Олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе бинаһына Николай Андрианов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла. 2012 йылдың 14 авгусында Владимирҙа «Андрианов скверы» граждандар инициативаһы иғлан ителә, сара скверға һәм спортсы йәшәгән йорт эргәһендәге йәмәғәт транспорты туҡталышына Н. Е. Андрианов исеме бирҙереү маҡсатын ҡуя. 2013 йылдың 5 июлендә Владимир ҡалаһының топонимика комиссияһы инициатива менән ризалаша. Оло Түбәнге Новгород урамындағы скверға «Андрианов скверы» тигән исем бирелә. 2013 йылдың 25 декабрендә Владимир ҡалаһының халыҡ депутаттары советы Оло Түбәнге Новгород урамы 34-се йорт эргәһендәге скверға «Андрианов скверы» тигән исем биреү тураһында ҡарар сығара.
2014 йылдың 15 мартында Владимир ҡалаһы хакимиәте «Спорт мәктәбе» туҡталышының исемен «Николай Андрианов скверы» туҡталышы тип үҙгәртә[12].
2015 йылдың 21 октябрендә Николай Андрианов һәйкәле проектына конкурсҡа йомғаҡ яһала. Уны Андрианов скверына ҡуйырға йыйыналар. Н. Е. Андриановтың улы һәм һеңлеһе ҡатнашлығындағы йәмәғәт бюроһы скульптор Илья Шанин эшен һайлай.
2016 йылдың 29 сентябрендә Владимир ҡалаһының Андрианов скверына Н. Е. Андриановтың һәйкәле ҡуйыла. Авторы — Илья Шанин. Скульптура Смоленск өлкәһендә ҡойола, ә гранит постаменты Ленинград өлкәһендә эшләнә. 2016 йылдың 12 октябрендә монумент тантаналы асыла.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1979 йылдың 21 мартында СССР почтаһы «Мәскәүҙәге 1980 йылғы XXII йәйге Олимпия уйындары. Спорт гимнастикаһы» серияһында почта блогы сығара, блоктағы марка Д. Марковтың «Спортивная жизнь России» журналында (№ 10, 1972 йыл) баҫылып сыҡҡан «Николай Андрианов ҡулсала күнегеү башҡара» тигән фотоһынан эшләнә[13].
- 1976 йылдың 31 октябрендә Монголия почтаһы почта маркалары серияһын баҫа (№ 1018—1024 + почта блогы №С1025). 1 тугрик номиналлы № 1024 маркала Николай Андрианов төшөрөлгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены (1972)
- Ленин ордены (1976)[14]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы
- Ленин комсомолы премияһы (1987)
- I дәрәжә «Рәсәйҙең спорт даны» почёт билдәһе (орден)[15]
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1972)
- СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры
- Владимир ҡалаһының һәм Владимир өлкәһенең почётлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Nikolay Andrianov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ http://uk.eurosport.yahoo.com/21032011/58/london-2012-olympic-legend-andrianov-dies.html
- ↑ Физкультура в семье. 3-е изд, м. 1973
- ↑ Д. Кукленко, А. Ю. Хорошевский. «100 знаменитых спортсменов»
- ↑ Тандем гениев гимнастики. Толкачёву и Андрианову завидовали многие//Аргументы и факты
- ↑ Страница на сайте гимнастического Зала славы (ингл.). Дата обращения: 22 март 2011. Архивировано 18 октябрь 2006 года.(инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 октябрь 2006. 22 март 2011 тикшерелгән.
- ↑ Николай Андрианов: Из Монреаля провожали с вертолётами 2013 йыл 18 июнь архивланған.. «Советский спорт». Проверено 22 марта 2011. 22 февраля 2012 года.Николай Андрианов: Из Монреаля провожали с вертолётами . газета «Советский спорт». Дата обращения: 22 март 2011. Архивировано 22 февраль 2012 года. 2013 йыл 18 июнь архивланған.
- ↑ Крест Николая Андрианова — «Известия», 10 ноября 2010 г.
- ↑ Умер Николай Андрианов
- ↑ Скончался знаменитый гимнаст Николай Андрианов 2013 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Lenta.ru: Спорт: Умер семикратный олимпийский чемпион Николай Андрианов
- ↑ Памяти Николая Андрианова 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Кочетков Н. И. О чём умолчали каталоги. — М.: ИТЦ «Марка», 2006. — С. 65.
- ↑ Николай Андрианов / Сост. В. Л. Голубев. — М.: Физкультура и спорт, 1978. — 24 с. — (Герои Олимпийских игр).
- ↑ Почётный знак «Спортивная слава России» — достойным 2003 йыл 1 май архивланған. // Олимпийский вестник. — № 23. — 5 декабря 2002
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николай Андрианов — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы(англ.)
- Ҡалып:Из БОЭБольшой олимпийской энциклопедииҠалып:Из БОЭ
- Биография Николая Андрианова
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 14 октябрҙә тыуғандар
- 1952 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 21 мартта вафат булғандар
- 2011 йылда вафат булғандар
- Владимир өлкәһендә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин комсомолы премияһы лауреаттары
- СССР-ҙың атҡаҙанған тренерҙары
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- СССР-ҙан Олимпия чемпиондары
- Спорт гимнастикаһы буйынса Олимпия чемпиондары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса спортсылар
- Спорт гимнастикаһы буйынса Европа чемпиондары
- Спорт гимнастикаһы буйынса донъя чемпиондары
- КПСС ағзалары