Эстәлеккә күсергә

Авраам Линкольн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Авраам Линкольн
ингл. Abraham Lincoln
Авраам Линкольн
Авраам Линкольн 1863 йылда
Флаг
Флаг
16-й АҠШ президенты
Флаг
Флаг
4 март 1861 йыл — 15 апрель 1865 йыл
Вице-президент: Ганнибал Гэмлин
(1861—1865)
Эндрю Джонсон
(1865)
Алдан килеүсе: Джеймс Бьюкенен
Дауамсы: Эндрю Джонсон
Флаг
Флаг
7-се һайлау округынан Вәкилдәр Палатаһы ағзаһы
Флаг
Флаг
4 март 1847 йыл — 3 март 1849 йыл
Алдан килеүсе: Джон Генри[en]
Дауамсы: Томас Харрис[en]
Флаг
Флаг
Иллинойс вәкилдәр палатаһы ағзаһы
Флаг
Флаг
1834 йыл — 1842 йыл
 
Дине: баптизм (тыуған факт буйынса) / өҫтөнлөк бирмәйенсе
Тыуған: 12 февраль 1809({{padleft:1809|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][3][…]
Sinking Spring Farm[d], Хардин[d], Кентукки[d], Америка Ҡушма Штаттары[4][5]
Үлгән: 15 апрель 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][3][6][…] (56 йәш)
Вашингтон, Америка Ҡушма Штаттары[7]
Ерләнгән: могила Линкольна[d]
Династия: Линкольны[d]
Атаһы: Томас Линкольн[d]
Әсәһе: Нэнси Хэнкс Линкольн[d]
Ҡатыны: Мэри Тодд Линкольн
Балалары: Эдвард Бейкер Линкольн[d][8][9]
Тед Линкольн[d][10][8][9]
Роберт Тодд Линкольн[d][8][9]
Уильям Линкольн[d][8][9]
Партия: Республика партияһы
 
Автограф:

Авраа́м Ли́нкольн (ингл. Abraham Lincoln [ˈeɪbrəhæm ˈlɪŋkən], Ғәҙел Эйб (Uncle Abe)) (12 февраль 1809 йыл — 15 апрель 1865 йыл) — Америка Ҡушма Штаттарының дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, АҠШ-тың 16-сы президенты (1861—1865) һәм АҠШ-тың Республика партияһынан тәүге президенты, Америка халҡының милли геройы.

Ярлы фермер ғаиләһендә тыуып үҫкән. Сабый саҡтан физик хеҙмәт менән шөғөлләнә. Ғаиләнең ауыр матди хәле арҡаһында мәктәптә бер йылдан кәмерәк уҡый, әммә ошо арауыҡта уҡып-яҙырға өйрәнә, һәм унда ғүмерлеккә китапҡа һөйөү уяна. Бәлиғ йәшенә еткәс, үҙаллы тормош башлай һәм үҙаллы белем алыу менән шөғөлләнә, имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң адвокат практикаһына рөхсәт ала. Иллинойста индеецтар ихтилалы ваҡытында ополчениеға инә, капитан итеп тәғәйенләнә, әммә хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашмай. Шулай уҡ Иллинойста Закондар сығарыу Йыйылышы, АҠШ вәкилдәре конгресы ағзаһы була. Конгреста ул американ-мексикан һуғышына ҡаршы сығыш яһай. 1858 йылда АҠШ сенаторына кандидат була, әммә был һайлауҙар уның өсөн уңышһыҙ тамамлана.

Яңы территорияларҙағы ҡоллоҡҡа ҡаршы була һәм Республика партияһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, ошо партиянан президентлыҡҡа кандидат итеп һайлана һәм, ниһайәт, 1860 йылғы һайлауҙарҙа еңеп сыға. Ул президент итеп һайланғандан һуң көньяҡ штаттар бүленеп сыға һәм Конфедерация барлыҡҡа килә. Үҙенең инаугурация телмәрендә Ликольн берләшеүгә саҡыра, әммә конфликттың граждандар һуғышына әүерелеүен туҡтата алмай.

Линкольн шәхсән үҙе хәрби ғәмәлдәрҙе етәкләй һәм тиҙҙән ҙур уңышҡа өлгәшә: 1861—1865 йылдарҙағы Граждандар һуғышы Конфедерацияны еңеү менән тамамлана. Уның президентлыҡ эшмәкәрлеге башҡарма властың көсәйеүенә һәм АҠШ территорияһында ҡоллоҡто юҡҡа сығарыуға килтерә. Линкольн үҙ хөкүмәте составына дошмандарын йәлеп итә һәм уларҙы дөйөм эштә берләштереүгә өлгәшә. Президент һуғыштың бөтә дауамында Бөйөк Британияны һәм башҡа Европа илдәрен интервенциянан ҡотҡара. Ул президент булған саҡта трансконтиненталь тимер юлы төҙөлә, аграр мәсьәләләр хәл иткән Гомстед акты ҡабул ителә, Линкольн мәшһүр оратор булып таныла, уның ялҡынлы телмәре төньяҡ кешеләрен илһамландыра һәм хатта әлеге көнгә тиклем сағыу мираҫ булып ҡала[11][12]. Һуғыш тамамланғас, милли татыулыҡ һәм үслектән баш тартыу менән бәйле уртаса реконструкция планын тәҡдим итә. 1865 йылдың 14 апрелендә Линкольн театрҙа үлемесле яралана, шулай итеп Линкольн үлтерелгән беренсе АҠШ президенты була. Президентлыҡ осоронда ҡаты тәнҡиткә дусар ителеүенә ҡарамаҫтан, дөйөм ҡабул ителгән ҡараш һәм социаль һорауламалар буйынса, ул элеккесә халыҡ иң яратҡан Америка президенты булып һанала[13][14][15].

Линкольн 1809 йылдың 12 февралендә Томас Линкольн һәм Нэнси Хэнкс ғаиләһендә тыуған. Ғаилә Кентукки штаты Гардин округы Синкинг-Спринг фермаһында йәшәй[16]. Атаһы яғынан уның Авраам исемле ҡартатаһы (уның хөрмәтенә малайға Авраам исеме ҡушыла) үҙенең ғаиләһен Вирджиниянан Кентуккиға күсереп алып килә[17][18], бында ул 1786 йылда индеецтарға ҡаршы рейд ваҡытында ҡамауға эләгә һәм һәләк була[18]. Линкольндың әсәһе, Нэнси, Көнбайыш Вирджинияла тыуа. Үҙенең әсәһе менән ул Кентуккиға күсеп килә һәм бында Томас Линкольн менән таныша, буласаҡ тормош иптәше ул ваҡытта Кентукки штатында хөрмәтле һәм бик етеш йәшәгән кеше була[19]. Авраам тыуған ваҡытҡа Томастың 500 гектар майҙанда ике фермаһы, ҡалала бер нисә йорто, бик күп йылҡы һәм эре малы була. Ул округта иң бай кешеләрҙән һанала[17][20]. Әммә 1816 йылда Томас милек хоҡуҡтары буйынса документтарҙа ебәрелгән юридик хаталар арҡаһында бөтә булған ерҙәренән баш ҡаға[21].

Ғаилә төньяҡҡа, Индианаға, яңы буш ерҙәрҙе үҙләштереү өсөн, күсеп китә. Линкольн һуңыраҡ, башлыса был аҙым ергә мөнәсәбәтле юридик мәсьәләләр менән һәм өлөшләтә көньяҡтағы ҡоллоҡ менән бәйле була, тип билдәләй. Туғыҙ йәшендә Авраамдың әсәһе вафат булып ҡала[22], уны өлкән апаһы Сара үҙ ҡарамағына ала, һуңынан, 1819 йылда атаһы ҡабаттан өйләнгәндән һуң, Авраам уның ғаиләһендә йәшәй башлай[23].

Линкольн тыуған ихата

Өс балаһы булған үгәй әсәһе, Сара Буш-Джонстон, үҫмер малай менән бик тиҙ уртаҡ тел таба, һөҙөмтәлә Авраам уға «әсәй» тип өндәшә башлай[24]. Ун йәшенә тиклем Авраам йорт эше менән булышмай, ғаиләлә һәм шулай уҡ күршеләр араһында уны хатта ялҡау тип һанайҙар[25][26]. Һуңғараҡ ул унан талап иткән эштәрҙе ҙур ихласлыҡ менән башҡара башлай. Үҫмер егет ялан эштәрендә лә ҡатнаша, ә бер аҙ ҙурайғас, төрлө ысул менән аҡса эшләй — почта ташый, урман ҡырҡыусы, кәмәсе булып та эшләй. Айырыуса уға утын ярыу оҡшай. Һунарсылыҡты һәм балыҡсылыҡты Линкольн әхлаҡи ҡараштары арҡаһында үҙһенмәй[26]. Шулай уҡ Линкольн атаһына бөтә килемен биреүгә ҡаршы булмай, сөнки ул ваҡытта һәр бала 21 йәшенә тиклем өйҙән тыш тапҡан малын ғаиләгә алып килергә бурыслы була[22].

Ошо уҡ ваҡытта Линкольн атаһынан йыраҡлаша башлай, атап әйткәндә, уның наҙанлығы арҡаһында. Авраам, үҙе һөйләүенсә, ғаиләһенә ярҙам кәрәк булғанлыҡтан мәктәпкә бер йыл тирәһе генә йөрөй алыуына ҡарамаҫтан, ул ғаиләләрендә яҙырға һәм һанарға өйрәнгән беренсе кеше була. Бала саҡтан ул китап уҡыуға әүәҫләнә һәм бөтә ғүмере буйы китаптан айырылмай[27]. Уның балалыҡ дуҫы Деннис һуңғараҡ ошондай хәтирә ҡалдыра:

"Эйбаға 12 йәш тулғандан һуң мин уны китапһыҙ күргәнем булманы… Төндә ул, яҡты төшмәһен өсөн, ултырғысты әйләндереп ҡуя ла, уның ҡабырғаһына ултырып уҡый ине. Егет кешенең шул тиклем күп уҡыуы хатта сәйер тойола ине[28].

Бала саҡта Линкольн Библияны, «Робинзон Крузо», «Джордж Вашингтон тарихын», Эзоп мәҫәлдәрен уҡып сыға[28][27]. Бынан тыш, ул күрше-күләнгә хат яҙырға ярҙам итә, шулай итеп, грамматиканы һәм стилистиканы шымарта. Ҡайһы берҙә хатта адвокаттарҙың сығышын тыңлар өсөн 30 миль алыҫлыҡтағы судҡа ла бара[29].

Авраам Линкольн йәш сағында

1830 йылда Авраам Линкольндың ғаиләһе ҡабаттан күсенә. Бәлиғ йәшенә еткән Линкольн үҙаллы тормош башларға ҡарар итә. Ул ваҡытлыса эш урыны таба, ошо эш буйынса уға Миссисипи йылғаһы буйлап аҫҡа табан йөҙөргә тура килә. Әлеге сәйәхәттә Линкольнға Яңы Орлеан ҡалаһында ҡоллоҡ баҙарында булырға тура килә һәм ошонда алған тәьҫораттары уны бөтә ғүмере дауамында ҡоллоҡҡа ҡаршы ҡуя. Тиҙҙән ул Иллинойс штатындағы Нью-Сейлем ауылында төпләнә. Унда бөтә буш ваҡытын үҙаллы уҡыуға йүнәлтә, урындағы мәктәп уҡытыусыһынан һабаҡ ала[30]. Төндәрен буласаҡ президент шәм яҡтыһында китаптар уҡый.

1832 йылда Линкольн Иллинойс Закондар сығарыу йыйылышы ағзалығына дәғүә итә, әммә был юлы еңелә. Бынан һуң системалы рәүештә фәндәр менән мауыға башлай. Баштараҡ Линкольн тимерсе булырға хыяллана, әммә мировой судья менән танышҡандан һуң хоҡуҡ фәнен үҙләштерә башлай. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең иптәше менән сауҙа лавкаһында аҡса эшләргә тырыша, тик эштәре насар бара. Президент биографияһының авторы Сэндберг ошолай яҙа:

«Линкольн китап уҡыу һәм хыял итеү менән… шөғөлләнә. Уның бер ниндәй башҡа эше булмай, шуға күрә ул көндәр буйы үҙ уйҙарына бирелеп ултыра ала, бер кем уны борсомай. Ошо тышҡы хәрәкәтһеҙлек артында яйлап, әммә бер тайпылышһыҙ аҡыл һәм рухи яҡтан өлгөрөү үтә»[31].

1832 йылда Иллинойста индеецтарҙың ихтилалы тоҡана, улар тыуған яҡтарын ташлап китергә һәм Миссисипи йылғаһы аръяғына, көнбайышҡа, күсергә теләмәйҙәр. Линкольн ополчениеға инә, капитан булып һайлана, әммә хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашмай. 1833 йылда Линкольн Нью-Сейлемда почтмейстер итеп тәғәйенләнә. Шул сәбәпле уның буш ваҡыты күберәк була һәм ул белемен арттырыуҙы дауам итә. Яңы вазифала сәйәси йөкмәткеле гәзиттәрҙе уҡыусыларға ебәрер алдынан уҡырға мөмкинлек була.

1833 йылда Линкольн ер үлсәүсе вазифаһына тәғәйенләнә. Был эшкә риза булғас, ул алты аҙна дауамында Гибсондың «Топографик эштәр теорияһы һәм практикаһы» һәм Флинттың «Геометрия, тригонометрия һәм топография курсы» китаптарын өйрәнә[32].

Нью-Сейлемда йәшәгән йылдарҙа Линкольнға бик йыш бурысҡа аҡса алырға тура килә. Бурыстарын ваҡытында ҡайтарып бирә торған ғәҙәте өсөн уға «Ғәҙел Эйб» ҡушаматы бирәләр.

Сәйәсмән һәм адвокат карьераһы башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1835 йылда (26 йәшендә) Иллинойс штатының Закондар сығарыу йыйылышына һайлана, унда ул вигтарға ылыға. Линкольн сәйәси өлкәгә аяҡ баҫҡан саҡта АҠШ президенты Эндрю Джексон була. Линкольнға уның сәйәси ғәмәлдәрҙә халыҡҡа таяныуы оҡшай, әммә уның федераль үҙәк штаттарҙың иҡтисади тормошон көйләү сәйәсәтенән баш тартыуын хупламай. Йыйылыш сессияһынан һуң ул элеккегә ҡарағанда ла ҡәтгирәк рәүештә хоҡуҡты өйрәнеүгә тотона. Үҙаллы өйрәнгәндән һуң, 1836 йылда Линкольн адвокат званиеһына имтихан тапшыра. Ошо уҡ йылда Закондар сығарыу йыйылышында Линкольн штаттың баш ҡалаһын Вандейлиҙан Спрингфилдҡа күсереүгә өлгәшә һәм 1837 йылда үҙе лә шунда күсә. Унда ул Уильям Батлер менән берлектә «Стюарт һәм Линкольн» фирмаһын аса. Йәш адвокат һәм закон сығарыусы тиҙ арала үҙенең ораторлыҡ һәләте һәм тел тейҙергеһеҙ абруйы арҡаһында популярлыҡ яулай. Йыш ҡына ул мөшкөл йәшәгән клиенттарынан гонорар алыуҙан баш тарта; кешеләргә суд эштәрендә ярҙам итеү маҡсатында штаттың төрлө тарафтарына барып етә. 1837 йылда аболиционистик гәзит нәшриәтсеһен үлтергәндән һуң Линкольн Спрингфелдта «Йәш кешеләр» лицейында тәүге тапҡыр принципиаль телмәр тота, был телмәрендә ул демократия, конституция һәм АҠШ-ты нигеҙләүсе бөйөк шәхестәр мираҫы ҡиммәттәренә айырым баһа бирә.

Линкольндар ғаиләһе. 60-сы йылдар эстампы.
Мэри Тодд, Авраам Линкольндың ҡатыны.

1840 йылда Линкольн Кентукки ҡалаһы ҡыҙы Мэри Тодд менән таныша, (ингл. Mary Todd, 1818—1882) һәм 1842 йылдың 4 ноябрендә улар өйләнә. Мэри дүрт ул таба, шуларҙың өсәүһе бәлиғ йәшенә тиклем вафат була[33]:

  1. Роберт Тодд Линкольн (1843—1926). Линкольндарҙың өлкән улы. Америка юрисы һәм хәрби министр. Мэри Харланға өйләнгән була, уларҙың өс балаһы тыуа.
  2. Эдвард Линкольн 1846 йылдың 10 мартында тыуа. 1850 йылдың 1 февралендә Спрингфелдта вафат була.
  3. Уильям Линкольн 1850 йылдың 21 декабрендә тыуа һәм 1862 йылдың 20 февралендә Вашингтонда, атаһы президент булған осорҙа, вафат була.
  4. Томас Линкольн 1853 йылдың 4 аперелендә тыуа, 1871 йылдың 16 июлендә Чикаго ҡалаһында вафат була[34][35][36][37].

Президентлыҡҡа тиклемге сәйәси карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Авраам Линкольн 1857 йылда

1846 йылда Линкольн вигтар партияһынан Конгрестың Вәкилдәр палатаһы ағзаһы итеп һайлана (1847 — 1849). Вашингтонда әлегә халыҡ араһында һиҙелерлек абруйы булмаған Линкольн Президент полкының американ-мексикан һуғышында ҡылған ғәмәлдәренә ҡаршы сығыш яһай, был һуғышты Линкольн Ҡушма Штаттар яғынан бер нисек аҡлай алмаҫлыҡ агрессия тип иҫәпләй. Шуға ҡарамаҫтан, Линкольн армияны, ғәрип һалдаттарҙы, ирҙәрен юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы матди яҡтан тәьмин итеү өсөн средстволар биреү яҡлы була, бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуҡтарын биреү талаптарын хуплай. Линкольн аболиционистарға теләктәшлек күрһәтә һәм ҡоллоҡҡа ҡаршы була, әммә сиктән тыш сараларҙы танымай, яйлап ҡолдарҙы азат итеү яҡлы була, сөнки Союздың бөтөнлөгөн негрҙарҙың азатлығынан өҫтөн ҡуя[12].

Популяр американ-мексикан һуғышын ҡабул итмәү уның репутацияһына зыян килтерә һәм ул Вәкилдәр палатаһы ағзалығынан баш тарта. 1849 йылда Линкольн ул саҡтағы Орегон территорияһы секретары итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр ала. Был тәҡдимде ҡабул итеү уның Иллинойста йылдам үҫешкән уның карьераһына нөктә ҡуйыуын аңлатыр ине, шуға ул был тәғәйенләнеүҙән баш тарта[38] Линкольн сәйәси эшмәкәрлектән алыҫлаша һәм артабанғы йылдарҙа юридик практика менән шөғөлләнә һәм «Иллинойс Сентрал» тимер юлы юрисконсульты була. Юридик карьераһының 23 йыл дауамында Линкольн 5100 суд эшендә ҡатнаша (теркәлмәгәндәрҙән тыш), Юғары штат суды алдында партнерҙары менән берлектә 400-ҙән ашыу сығыш яһай[39].

1856 йылда, элекке вигтар кеүек, 1854 йылда ойошторолған Республика партияһына (ҡоллоҡҡа ҡаршы партия) ылыға һәм 1858 йылда АҠШ Сенатына кандидат итеп тәғәйенләнә. Һайлауҙарҙа уның дәғүсеһе булып демократ Стивен Дуглас ҡатнаша. Линкольн һәм Дуглас араһындағы бәхәстәр киң билдәлелек яулай (ҡайһы берҙәр әлеге дебаттарҙы «бәләкәй гигант») (С. Дуглас) һәм «оло молокосос» (А. Линкольн) араһындағы бәхәс тип атайҙар). Линкольн аболиционист булмай, ләкин әхлаҡи ҡараштары сәбәпле ҡоллоҡҡа ҡаршы сыға. Ул ҡоллоҡто Көньяҡ аграр иҡтисады шарттарында ҡотолғоһоҙ яуызлыҡ тип һанай. Дугластың аргументтарын кире ҡағыу өсөн Линкольн негрҙарға сәйәси һәм граждан хоҡуҡтарҙы биреүгә һәм раса-ара никахтарға ҡаршы булғанын белдерә, сөнки уның фекеренсә, аҡ һәм ҡара расалар араһындағы физик айырымлылыҡ һәм аҡ расаның өҫтөнлөгө арҡаһында «улар социаль һәм сәйәси тигеҙлек шарттарында көн итә алмай»[40]. Ҡоллоҡ мәсьәләһе, уның фекеренсә, айырым штаттар компетенцияһына инә, федераль хөкүмәттең был проблеманы хәл итеү өсөн конституцион хоҡуғы юҡ. Шуның менән бергә Линкольн ҡәтғи рәүештә ҡол биләүселектең яңы территорияларға таралыуына ҡаршы сығыш яһай. Һайлауҙарҙа Стивен Дуглас еңеү яулай, әммә Линкольндың ҡол биләүселек тураһындағы телмәре («Бүлгеләнгән йорт») АҠШ-та киң таралыу таба һәм авторға ҡоллоҡҡа ҡаршы көрәшсе репутацияһын алып килә, телмәрендә Линкольн «яртылаш ҡоллоҡ һәм яртылаш иреклек» хәлендә артабанғы ил үҫеше мөмкин түгеллеген дәлилләй.

1859 йылдың октябрь айында көньяҡта Джон Браун ихтилалы тоҡана, Браун хөкүмәт арсеналын баҫып ала һәм көньяҡта ҡолдар ихтилалын ойоштороуҙы планлаштыра. Отрядты ғәскәрҙәр ҡамауға ала һәм юҡҡа сығара. Линкольн Браундың ғәмәлдәре менән ризалашмай, сөнки, уның фекеренсә, Браун ҡол биләүселеге мәсьәләһен көс ҡулланып хәл итергә маташа.

Президент һайлауҙары һәм инаугурация

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Президентлыҡҡа кандидат Авраам Линкольн, 1860 йыл.

Ҡоллоҡ мәсьәләһендәге урталыҡ тотҡан Линкольнға 1860 йылғы һайлауҙарҙа Республика партияһынан компромислы кандидат булараҡ һайлауҙа ҡатнашыуға мөмкинлек бирә. Көньяҡ штаттар, республикасылар еңгән осраҡта, Союз составынан сығыу менән янайҙар. Ике партия ла, демократик һәм республика партиялары, кандидаттар күрһәткән ҡиммәттәр өсөн көрәш алып бара. Линкольн шәхесе американдарҙа егәрлелек, намыҫлылыҡ, социаль мобиллек кеүек сифаттары аша таныла. Уны халыҡтан сыҡҡан, «үҙен үҙе яһаған» кеше булараҡ таныйҙар. 1860 йылдың 6 ноябрендә тәүге тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнашыусылар һаны 80%-тан арта. Демократик партия эсендә тарҡалыш барыу арҡаһында (әлеге партиянан ике кандидат тәғәйенләнә) Линкольн һайлауҙарҙа үҙенең көндәштәрен артта ҡалдыра һәм АҠШ президенты итеп һайлана. Үҙенең партияһынан ул тәүге АҠШ президенты була. Линкольн һайлауҙарҙа башлыса Төньяҡ ярҙамында еңеп сыға. Туғыҙ көньяҡ штатында һайлау бюллетендәрендә Линкольндың исеме бөтөнләй булмай, шуға күрә бында ул 996 округтан ике һайлау округында ғына еңеүгә өлгәшә.

Союз бүленеше һәм Линкольндың инаугурацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Линкольн ҡоллоҡ таралыуға ҡаршы булғанға күрә, уның еңеп сығыуы американ халҡын тағы ла нығыраҡ айыра. Уның инаугурацияһына тиклем үк Көньяҡ Каролина башланғысы менән 7 көньяҡ штаты (Көньяҡ Каролина, Миссисипи, Флорида, Алабам, Джорджия, Луизиана һәм Техас) АҠШ составынан сығыуы тураһында иғлан итә. Үрге Көньяҡ (Виргиния, Төньяҡ Каролина, Теннесси, Арканзас, ә шулай уҡ Кентукки һәм Миссури өлөштәре) баштараҡ шулай уҡ сепаратистар мөрәжәғәтен кире ҡағалар, әммә тиҙҙән фетнәгә ҡушылалар. Ғәмәлдәге президент Джеймс Бьюкенен һәм яңы һайланған Линкольн сецессияны таныуҙан баш тарталар. 1861 йылдың февралендә конституцион конгресс Монтгомериҙа (Алабама) Америка Конфедератив Штаттары төҙөлөүен иғлан итә, уның президенты итеп Джефферсон Дэвис һайлана, ул ошо уҡ айҙа ант бирә. Ричмонд ҡалаһы дәүләт баш ҡалаһы итеп иғлан ителә.

Линкольн Балтиморҙа уны үлтерергә маташҡан кешеләрҙән ҡотола һәм 1891 йылдың 23 февралендә, махсус поезға ултырып, Вашингтонға килә. Уның инаугурацияһы ваҡытында, 4 мартта, баш ҡала тәртип һаҡлау өсөн ғәскәрҙәр менән тулы була. Үҙенең телмәрендә Линкольн шулай ти:

Мин, универсаль хоҡуҡтан һәм Конституциянан сығып, был штаттарҙың союзы мәңгелек, тип әйтә алам. Мәңгелек, ул хатта туранан-тура билдәләнмәһә лә, бөтә дәүләт идара итеү формаларының Төп законында сағылдырылған. Теләһә ниндәй идара итеү системаһы бар икән, ул үҙенең Төп законында үҙ ғәмәлен туҡтатыу тураһында положениеһын булдырмай, тип асыҡтан-асыҡ әйтеп була.

Һәм тағы, әгәр Ҡушма Штаттары ысын мәғәнәһендә идара итеү түгел, ә килешеүгә генә нигеҙләнгән штаттар ассоциацияһы булып торһа, ул килешеү булараҡ уның ойоштороу ваҡытында булған яҡтарҙың кәмерәк һаны менән тарҡалтыла ала микән? Бер яҡтан — килешеү уны боҙа ала, йәғни өҙә ала, әммә ләкин уны законлы рәүештә бөтөрөү өсөн бөтәһенең дә ризалығы кәрәкмәйме ни? Ошо дөйөм принциптарҙан сығып, беҙ, юридик яҡтан Союз мәңге, тигән фекергә килә алабыҙ, һәм был Союздың үҙ тарихы менән дә раҫлана. Ошонан сығып, бер штаттың да үҙ белдеге менән Союздан сығырға хоҡуғы юҡ, ошо маҡсатта ҡабул ителгән ҡарарҙар юридик көскә эйә түгел һәм теләһә ниндәй штат (йәки штаттар) сиктәрендә башҡарылған һәм Ҡушма Штаттары Хөкүмәтенә ҡаршы йүнәлтелгән көсләү акттары хәл-ваҡиғаларға бәйле баш күтәреүсе һәм ревоюцион төҫ ала[41]

Үҙенең телмәрендә Линкольн шулай уҡ, уның штаттарҙағы ҡоллоҡ институты эшмәкәрлегенә бер ниндәй туранан-тура йәки ситләтеп ҡыҫылыу ниәте юҡ, тип белдерә: «Мин быны эшләргә законлы хоҡуҡҡа эйә түгелмен, тип һанайым һәм быны эшләргә уйым юҡ». Линкольн конфликтты тыныс юл менән хәл итеүгә һәм Ҡушма Штаттарҙың берлеген тергеҙеүгә саҡыра. Ләкин был ваҡытта штаттар АҠШ составынан сығыуҙы иғлан иткәнгә күрә, Конфедерация хәрби ғәмәлдәргә ныҡлап әҙерләнә башлай. АҠШ Конгресындағы көньяҡ штаттар вәкилдәренең күпселеге уны ташлап сыға һәм көньяҡтар яғына күсә.

Вазифаға тәғәйенләнгәндән һуң, Линкольн протекция системаһын менән файҙаланып, вазифаларға үҙ партия вәкилдәрен ултырта башлай. 1861 йылдың яҙында уҡ элекке демократтар урынына республикансылар ҡуйыла (80 %). Хөкүмәтте ойошторған саҡта Линкольн уның составына ҡаршы тороусыларҙы ла индерә: АҠШ-тың дәүләт секретары вазифаһына — Уильям Сьюард, юстиция министры итеп — Эдвард Бейтс, финанс министры итеп Салмон Чейз тәғәйенләнәләр.

АҠШ-та Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башы (1861—1862)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби ғәмәлдәр 1861 йылдың 12 апрелендә башлана, көньяҡлылар Чарлстон бухтаһындағы Самтер фортына һөжүм итә, 34 сәғәт дауамында ҡаршылыҡ күрһәткәндән һуң, форт бирелә. Яуап итеп, Линкольн көньяҡ штаттарында фетнә хәлен иғлан итә һәм Конфедерацияны диңгеҙ яғынан ҡапларға ҡуша, армияға 75 000 ирекмән туплай, һуңғараҡ хәрби йөкләмә иғлан итә. Инаугурацияға тиклем үк көньяҡҡа бик күп ҡорал һәм боеприпастар ташыла, федераль арсеналдарҙы һәм складтарҙы баҫып алыу ойошторола. Бында һуғышҡа һәләтле частар урынлаша, федераль армиянан офицерҙар күпләп күсә башлайҙар. Граждандар һуғышы төньяҡ өсөн уңышһыҙ башлана. Көньяҡлылар хәрби ғәмәлдәргә әҙерлекле булып сыға һәм Төньяҡтар, өҫтөнлөклө хәрби һәм иҡтисади потенциалын ҡулланып өлгөрмәҫэлек, Союз ғәскәрҙәрен тар-мар итергә ашыға. Хәрби уңышһыҙлыҡтар һәм иҡтисади ҡыйыныҡлытар өсөн ҡаты тәңкиткә дусар ителгән Линкольн, хәрби тәжрибәһе булмауына ҡарамаҫтан, хатта гражданлыҡ азатлығын сикләү йәки Конгресс сметаһында раҫланмаған средстволарҙы файҙаланыу алдында ла туҡтап ҡалмай, һуғышҡа һәләтле армия булдырыу буйынса әүҙемлек күрһәтә. Виргиниялағы Манассас исемле тимер юлы станцияһы тирәһендә 1861 йылдың 21 июлендәге тәүге ҙур алышта федераль армия уңышһыҙлыҡҡа тарый. 1 ноябрҙә Линкольн баш командующий итеп Дж. Б. Макклелланды тәғәйенләй, әммә Макклеллан әүҙем хәрби ғәмәлдәрҙән ситләшә. 21 октябрҙә уның частары Вашингтон тирәһендә ҡыйратыла. 1861 йылдың 8 ноябрендә «Тренд» британ пароходы баҫып алына, уның бортында көньяҡлыларҙың илселәре була. «Тренд эше» барлыҡҡа килә һәм Бөйөк Британия менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр насарая.

1862 йылдың февраль-мартында генерал Улисс Грант көньяҡлыларҙы Теннесси һәм Кентуккиҙан ҡыҫырыҡлап сығарыуға өлгәшә. Йәйгә ҡаршы Миссури штаты азат ителә, һәм Грант ғәскәрҙәре Миссисипи һәм Алабама штаттарының төньяҡ райондарына бәреп инәләр. Десант операцияһы һөҙөмтәһендә 1862 йылдың 25 апрелендә Яңы Орлеан баҫып алына. Линкольн Макклелланды баш командующий вазифаһынан бушата һәм Ричмонд ҡалаһын баҫып алырға тейешле армия башына ҡуя. Макклеллан һөжүм итеү урынына оборонаға күсә. 29-30 августа төньяҡлылар Булл-Ран тирәһендәге икенсе алышта ҡыйратыла, бынан һуң Линкольн 500 000 кешелек мобилизация иғлан итә. 7 сентябрҙә Антьетам йылғаһы тирәһендә Көньяҡтың 40 меңлек армияһына Макллелландың 70 меңлек армияһы һөжүм итә һәм конфедераттарҙы еңеүгә өлгәшә. Потамак йылғаһының ярҙарынан сығыуы Роберт Лиға юлды ҡаплай, әммә Макклеллан, Линкольндың бойороғон инҡар итеп, сигенеүҙән баш тарта һәм көньяҡлыларҙы ҡыйратыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындыра.

Антьетам тирәһендәге алыштан һуң Бөйөк Британия һәм Франция һуғышҡа инеүҙән һәм Конфедерацияны таныуҙан баш тарталар. Рәсәй һуғыш йылдарында АҠШ менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен өҙмәй. Рәсәй эскадраһы 1863 — 1864 йылдарҙа Сан-Франциско һәм Нью-Йорк ҡалаларына сәфәр ҡыла.

1862 йылдың 9 мартында Виргиния ярындағы алышта тарихта тәүге тапҡыр броня менән ҡапланған караптар бәрелеше була. 1862 йылғы кампания төньяҡлыларҙың Фредериксберг янында 13 декабрҙәге еңелеүе менән тамамлана.

Линкольн һәм генерал Джордж Макклеллан 1862 йылдың 10 мартында

Федераль армияның уңышһыҙлыҡтары ил халҡында көслө ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Ҡоллоҡто кисекмәҫтән юҡҡа сығарыу һәм яйлап азат итеү яҡлы Республика партияһы баҫымы аҫтында булғанға күрә, Линкольн үҙе компромистар сәйәсәтен хуплай һәм шуның менән партияны тарҡалыуҙан һаҡлап алып ҡала. Ул, хатта хәрби ваҡытта ла, илдә сәйәси процесс башҡарылырға тейеш, тип һанай. Шуға күрә илдә Граждандар һуғышы дауамында һүҙ азатлығын һаҡлау, гражданлыҡ азатлыҡтарын етди рәүештә сикләү һәм ике партиялы системаһы көрсөгөнән сығыу мөмкинлеге тыуа. Линкольн президент булған осорҙа граждандар дәүләт менән идара итеүҙә ҡатнаша. Көньяҡлылар Самтер фортына һөжүм иткәндән һуң Демократик партия ағзаларының бер өлөшө хөкүмәт сәйәсәтенә теләктәшлек күрһәткән «лояль оппозиция» ойоштора. 1862 йылдың 22 авгусында «Нью-Йорк Трибюн» гәзитенә биргән интервьюһында, ни өсөн ҡолдарҙы азат итеүҙе кисектерәһегеҙ, тигән һорауға Линкольн ошондай яуап бирә:

Был көрәштә минең иң юғары маҡсатым ҡоллоҡто һаҡлап ҡалыу йәки юҡ итеү түгел, ә союзды һаҡлап алып ҡалыу. Әгәр мин, бер бөртөҡ ҡолды азат итмәйенсә, союзды ҡотҡара алһам, мин уны эшләр инем, һәм әгәр ҙә, башҡа ҡолдарҙы азат итеп, уны ҡотҡара алһам, мин шуны эшләр инем. Ҡоллоҡ мәсьәләһендә һәм төҫлө раса өсөн мин нимә эшләп ҡарамаһам да, был союзды һаҡлап ҡалырға ярҙам тигән ышаныстан эшләйем… Ошоноң менән мин бында үҙемдең ниәтемде аңлаттым һәм уны рәсми бурыс тип һанайым. Һәм үҙемдең бөтә кеше һәр ерҙә лә ирекле булырға тейеш тигән шәхсән хыялымды үҙгәртергә ниәтем юҡ.

Авраам Линкольн башланғысы менән 1862 йылдың 20 майында Гомстед тураһындағы акт ҡабул ителә, уға ярашлы Ҡушма Штаттарҙың 21 йәшенә еткән һәм Конфедерация яғында һуғышмаған һәр кем йәмәғәт ерҙәренән 160 акрҙан да (65 га) ашыу булмаған ер участкаһы ала ала, бының өсөн ул 10 долларлыҡ теркәү йыйымын түләргә тейеш. Закон 1863 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән һәм участкаһында ҡоролмалар төҙөй башлаған күскенсе 5 йылдан һуң әлеге ергә бушлай милек хоҡуғын ала. Һәр акр өсөн 1, 25 доллар түләгәндән һуң, участка ваҡытынан алда хосуси милеккә күсә. Гомстед акты буйынса АҠШ-та 2 миллион гомстед таратыла, уларҙың дөйөм майҙаны 285 миллион акр (115 миллион гектар) тәшкил итә. Был закон аграр проблемаһын радикаль рәүештә хәл итә һәм ауыл хужалығы үҫешен фермер юлына йүнәлтеп, әлегә тиклем буш биләмәләргә киң халыҡ массаларын йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Линкольндың ошо аҙымдары уға ҡарата халыҡ ышанысын арттыра[42].

Ҡолдарҙы азат итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
АҠШ Президенты Авраам Линкольн

Һуғыш уңышһыҙлыҡтары һәм уның оҙайтылыуы Линкольндың ҡоллоҡ мәсьәләһенә ҡарашын үҙгәртә. Ул, Ҡушма Штаттар тулыһынса ирекле буласаҡ йәки тулыһынса ҡол биләүсе булып ҡаласаҡ, тигән фекергә килә. Союзды тергеҙеү һуғыштың төп маҡсаты булыуы һәм ҡоллоҡто бөтөрөүҙән тыш әлеге маҡсатҡа ирешеүе мөмкин түгел икәнлеге асыҡтан-асыҡ күренә. Һәр саҡ яйлап ҡоллоҡто компенсацион нигеҙендә юҡҡа сығарыу яҡлы булған Линкольн хәҙер ҡоллоҡто бөтөрөргә кәрәк, тип һанай. Ҡоллоҡ институтын бөтөрөүгә әҙерлек 1862 йылдың дауамында бара. 1862 йылдың 30 декабрендә президент ҡул ҡуйған «Ҡолдарҙы азат итеү тураһында прокламация» донъя күрә. Прокламацияға ярашлы АҠШ-ҡа ҡаршы фетнә хәлендәге территорияларҙа ҡолдар «хәҙерҙән һәм мәңгегә» ирекле тип иғлан ителә. Документ АҠШ Конституцияһының XIII төҙәтмәһен (1865) ҡабул итеүгә этәргес көс бирә. Төҙәтмә буйынса Ҡушма Штаттарҙа тулыһынса ҡоллоҡ юҡҡа сығарыла. Прокламация радикаль республикандар яғынан ғәҙел тәңкиткә дусар ителә, сөнки ҡоллоҡ федераль власына ҡағылышы булмаған биләмәләрҙә үткәрелә, әммә шул уҡ ваҡытта ҡоллоҡто бөтөрөү Граждандар һуғышы төҫөн үҙгәртә һәм артабан ул ҡоллоҡҡа ҡаршы һуғыш тип таныла. Бынан тыш, был аҙым сәйәси күҙлектән бик көслө булып сыға һәм сит ил дәүләттәрен, шул иҫәптән Бөйөк Британия, Конфедерацияны яҡламаҫҡа булышлыҡ итә. Британия премьер-министры Пальмерстон йәмәғәтселек ҡаршылығы арҡаһында интервенциялар ойоштора алмай. Ҡоллоҡтан ҡотолғандан һуң ҡара тәнле американдар армияға алына башлай. Һуғыш аҙағына федераль ғәскәрҙәрҙә 180 мең негр иҫәпләнә.

Граждандар һуғышы барышындағы һынылыш. Геттисберг янындағы алыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1863 йылдың 3 мартында АҠШ тарихында тәүге тапҡыр хәрби йөкләмә индерелә. Шул уҡ ваҡытта байҙарға үҙ урынына башҡа кешеләрҙе ялларға һәм йолом биреп хеҙмәттән ҡотолорға мөмкинлек бирелә. Ошоноң менән бәйле бәрелештәрҙә бик күп негрҙар, Линч суды ҡорбандары булып, һәләк була.

1863 йылдың май айында 130 меңлек Союз армияһы генерал Ли етәкләгән 60 меңлек армиянан еңелә. Төньяҡлылар сигенә, ә конфедераттар, Вашингтонды төньяҡтан урап үтеп, Пенсильванияға бәреп инәләр. Был ситуацияла Геттисберг тирәһендәге өс көнлөк алыштың әһәмиәте ҙур була, уның барышында ике яҡтан да 50 меңдән ашыу кеше һәләк була. Ли армияһы уңышһыҙлыҡҡа дусар ителә һәм Вирджинияға табан сигенә. 4 июлдә көнбайыш фронтында күп көнлөк ҡамауҙан һәм ике уңышһыҙ штурмдан һуң, генерал Грант Виксберг ҡәлғәһенә баҫып инә. 8 июлдә Луизиaнала Порт-Хадсон яулап алына. Ошоноң менән Миссисипи йылғаһы контроль аҫтына алына, ә Конфедерация ике өлөшкә бүленә. 1863 йылдың 19 ноябрендә Геттисберг зыяраты тантаналы рәүештә асыла, унда алышта ҡатнашҡан яугиҙар ерләнә. Мемориалды асҡан саҡта Линкольн үҙенең иң билдәле телмәрен тота һәм сираттағы тапҡыр иҫ киткес ораторлыҡ һәләтен күрһәтә. Ҡыҫҡа телмәре ошолай тамамлана:

«Беҙ тантаналы рәүештә, был үлемдәр бушҡа булмаҫ һәм беҙҙең милләт Аллаһы Тәғәлә ҡурсауында яңы азатлыҡ сығанағын алыр, һәм ошо халыҡтан сыҡҡан, халыҡ тарафынан һәм халыҡ өсөн төҙөлгән хөкүмәт ер йөҙөнән юғалмаҫ, тип раҫларға тейешбеҙ»[43].

1863 йылдың декабрендә Линкольн Ҡушма Штаттарға тоғролоҡ антын һәм ҡоллоҡто бөтөрөүҙе ҡабул итеү шарты менән бөтә фетнәселәргә (Конфедерация етәкселәренән башҡа) амнистия вәғәҙә итә. 1863 йыл Чаттануга тирәһендә төньяҡлылар еңеүе менән тамамлана.

Ҡабаттан һайланыу, һуғыштың тамамланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡта һуғыш тамамлау идеяһы ҙур популярлыҡ ала бара. Линкольн алдында американдарҙа еңеүгә ышаныс тыуҙырыу бурысы тора. Президент ҡулға алынғандарҙы судҡа биреүҙе туҡтата, дезертирҙарҙы һәм ҡоллоҡ яҡлыларҙы төрмәгә ябыу мөмкинлеген тыуҙыра. 1863 йылғы Конгресс һайлауҙарында демократтар мандат буйынса айырманы ҡыҫҡартыуға өлгәшәләр, әммә республикандар Сенатта ла, Вәкилдәр платаһында ла өҫтөнлөктө һаҡлап ҡалыуға ирешә.

Авраам Линкольн 1864 йылдың 8 ғинуарында.

1864 йылдың март айында Линкольн баш командующий итеп Улисс Грантты тәғәйенләй, Грант У., Шерман һәм Ф. Шеридан менән берлектә, Линкольндың планын тормошҡа ашыра — алдан уйланған һөжүм ярҙамында көньяҡлыларҙы көсһөҙләндерә һәм ҡыйрата. Төп ударҙы Шерман армияһы башҡара, ул Джорджияға бәреп инә. Грант армияһы генерал Лиға ҡаршы эш итә.

Тыныслыҡ урынлаштырыусылар, Джордж Хили картинаһы. Һүрәттә 1865 йылдың 27 һәм 28 мартында Авраам Линкольн, генералдар Шерман һәм Грант, шулай уҡ адмирал Дэвид Портер Джеймс йылғаһында «Йылға батшабикәһе» пароходында кәңәшмәгә йыйылыуы күрһәтелгән.

Икеләнеүенә һәм партия лидерҙарының ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан, Линкольн үҙ кандидатураһын икенсе мөҙҙәткә ҡуйырға була. Әйтергә кәрәк, аҙаҡҡы дүрт йыл эсендә Линкольн бик күп дошман таба, гәзиттәрҙә уны йыш ҡына тәнкитләйҙәр, бик күптәр уны күрә алмай. Демократтар партияһы һуғыштың тамамланыуын һәм һөйләшеүҙәр алып барылыуын үҙ лозунгы итеп иғлан итә. Демократтарҙың кандидаты итеп генерал Дж. Б. Макклеллан тәғәйенләнә, уны 1862 йылда Линкольн баш командующий вазифаһынан бушата. Республика партияһынан шулай уҡ финанс министры Салмон Чейз дәғүә итә, әммә берҙән-бер кандидат итеп Линкольн күрһәтелә. 1864 йылдың 2 сентябрендә Шерман Конфедерация үҙәге һаналған Атлантаны яулап ала. Был уңыш Линкольнға президент һайлауҙарында Макклелланды еңергә ярҙам итә, ул 233 тауыштан 211 тауышты йыя. Линкольдың талабы буйынса 1865 йылдың 31 ғинуарында конгресс АҠШ Конституцияһының XIII төҙәтмәһен ҡабул итә, төҙәтмәгә ярашлы, ил биләмәләрендә ҡоллоҡ тыйыла. 1865 йылдың башында төньяҡлылар еңәсәге билдәле була. Үҙенең икенсе инаугурация телмәрендә Линкольн үсләшеүҙән баш тартырға саҡыра һәм Көньяҡтың реконструкциялау, гармониялы Союз төҙөү бурысын ҡуя:

«Бер кемгә асыу тотмай, мәрхәмәтлеге селпәрәмә тулы, хәҡиҡәттә тоғро американдар үҙ йортонда бөтә донъя халыҡтары менән ғәҙел һәм оҙайлы тыныслыҡ һаҡлап ҡалыр, ил яраларын бәйләр өсөн барыһын да эшләргә тейеш». Бер кемгә лә асыуланмайынса, шәфҡәтлелеге ташып торған, ҡәтғи хәҡиҡәткә тоғро американдар уның яраларын бәйләргә... үҙ йортонда һәм бөтә донъя халыҡтары менән ғәҙел һәм оҙайлы тыныслыҡты яулау һәм һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейеш.

1865 йылдың яҙында 115 мең кешелек ғәскәре менән Грант генерал Ли армияһын (уның ҡарамағында 54 мең кешелек армия була) — Питерсбергты, ә 2 апрелдә — конфедерация баш ҡалаһы Ричмонды ҡалдырырға күндерә[44]. 1865 йылдың 9 апрелендә Ли Капитуляцияға ҡул ҡуя, айырым частарҙың ҡаршылығы май аҙағында тулыһынса баҫтырыла. Дэвис Джефферсон уны һәм хөкүмәт ағзаларын ҡулға алғас, Конфедерация ғәмәлдән сығарыла.

Линкольнды үлтереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бут атҡан саҡта Линкольн ултырған Форд театрындағы ложа
Чаппел Алонсо «Авраам Линкольндың һуңғы сәғәттәре», 1868 йыл

Граждандар һуғышы Америка Конфедератив Штаттарының капитуляцияһы менән 1865 йылдың 9 апрелендә тамамлана. Ил Көньяҡ реконструкцияһын үткәреү һәм американ йәмғиәтенә ҡара тәнлеләрҙең интеграция процесын башлаү алдында тора. Һуғыш тамамланғандан һуң биш көн үтеүгә, 1865 йылдың 14 апрелендә, «Беҙҙең американ ике туған ҡусты» спектакле ваҡытында (Форд театрында) актер Джон Уилкс Бут президент ложаһына үтеп инә һәм пистолеттан Линкольндың башына ата. Авраам Линкольн иртәгәһенә, аңына килмәйенсә, вафат була.

Миллион аҡ һәм ҡара американ үҙенең президентына һуңғы хөрмәт күрһәтергә килә, матәм поезды Вашингтондан Спрингфилдтан ике аҙна дауамында йөрөй. Поезда ике табут була: ҙур табут — Авраам Линкольн кәүҙәһе һәм бәләкәйе — уның өс йыл элек үлгән Уильям улы кәүҙәһе менән[45]. Авраам һәм Уильям Линкольндар Спрингфилдә Оук-Ридж зыяратында ерләнәләр. Линкольндың фажиғәле вафаты уның исеме тирәләй үҙ ғүмерен илде тергеҙеү һәм ҡара тәнле ҡолдарҙы азат итеү өсөн биргән ғазап сигеүсе ореолын булдыра.

Авраам Линкольндың президентлығы һөҙөмтәләре һәм тарихи әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Граждандар һуғышы Америка Ҡушма Штаттары тарихында иң ҡан ҡойғос һәм американ демократияһы өсөн иң ауыр һынау булған хәрби конфликт булып тора. Авраам Линкольн американ халҡы аңында үҙәк тарихи фигура булып китә, Ҡушма Штаттарҙың тарҡалыуына юл ҡуймаған һәм американ милләте үҫешенә һәм ҡоллоҡто бөтөрөүгә ҙур өлөш индергән шәхес булып кәүҙәләнә. Линкольн Көньяҡтың яңырыуына, негрҙарҙың эмансипацияһына баш һала. Линкольн демократияның төп маҡсатын «Халыҡ тарафынан, халыҡтан һәм халыҡ өсөн төҙөлгән хөкүмәт» тип билдәләгән кеше. Уның президентлыҡ осорҙа шулай уҡ Тымыҡ океанға трансконтиненталь тимер юлы һалына, инфраструктура системаһы киңәйтелә, яңы банк системаһы төҙөлә, аграр мәсьәләһе хәл ителә. Ләкин һуғыш тамамланғандан һуң ил алдында бик күп проблемалар ҡалҡа, шул иҫәптән, милләтте берләштереү һәм ҡара тәнлеләрҙең һәм аҡтарҙың хоҡуҡтарын тигеҙләү мәсьәләләре. Был проблемалар әлегә тиклем өлөшләтә хәл ителгән һәм хәҙерге көнгә тиклем американ йәмғиәте алдында тора. Линкольнды үлтергәндән һуң Ҡушма Штаттарҙың иҡтисады донъяла бик оҙаҡҡа тотороҡло үҫешкән булып ҡала. XX быуат башында ил донъя лидерҙарына сыға. Башлыса уның шәхси сифаттары дәүләт көстәрен тупларға һәм илде берләштерергә ярҙам итә. Линкольн ҡаты әхлаҡи принциптарға инана, юморға ла әүәҫ була[46] әммә көслө меланхолияға бирелеүсән була[47][48].[49] Хәҙерге көнгә тиклем Авраам Линкольн Ҡушма Штаттарҙың иң интеллектуаль президенттарының береһе тип иҫәпләнә. Вашингтонда Америка Ҡушма Штаттарҙың тарихи үҫешен билдәләгән дүрт президенттың береһе булараҡ ун алтынсы президент Авраам Линкольнға американ халҡының ихтирам йөҙөнән мемориал ҡуйыла[50].

Линкольн мемориалы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Линкольн үлемесле яраланған Форд театры

Линкольн хәтере мемориалда мәңгеләштерелгән, ул Вашингтон үҙәгендәге Эспланадала 1914—1922 йылда булдырылған һәм президенттың, бөтә кешеләр ирекле булырға тейеш, тигән ышанысын сағылдыра. Бина аҡ мәрмәрҙән эшләнгән һәм АҠШ-ты символлаштыра, уны 36 колонна терәй (Линкольн президентлығы осорондағы штаттар һаны буйынса). Бина эсендә скульптор Дэниел Френч алты метрлыҡ статуяһын (Ҡотҡарыусы президент) урынлаштыра. Мемориалдың эске диуарҙарында Линкольндың беренсе һәм икенсе инаугурация телмәрҙәре текстары яҙылған.

Бынан тыш, Ҡушма Штаттарҙа Линкольнға бик күп һәйкәлдәр ҡуйылған, ҡала, урамдар, университет, төрлө үҙәктәр, престижлы машина маркаһы, авианосец уның исемен йөрөтә. Президент профиле Рашмор тауында сүкеп уйылған. Авраам Линкольндың тыуған көнө АҠШ-тың ҡайһы бер штаттарныда милли байрам итеп иғлан ителгән. Шулай уҡ Линкольн портреты 5 долларлыҡ банкнотта һүрәтләнгән.

1849 йылда А. Линкольн йөҙөп йөрөгән докка 6469-сы һанлы патент ала[51]. АҠШ президенты — берҙән-бер уйлап табыуға патент эйәһе[51].

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #11857308X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Current R. N. Abraham Lincoln // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. 3,0 3,1 Abraham Lincoln // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. https://www.nps.gov/abli/planyourvisit/sinkingspringfarm.htm
  5. http://www.abraham-lincoln-history.org/early-life/
  6. https://www.pbs.org/newshour/health/april-15-1865-tragic-last-hours-abraham-lincoln
  7. http://web.archive.org/web/20210706062354/https://www.fords.org/visit/historic-site/petersen-house/
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 House Divided (ингл.): The Civil War Research Engine at Dickinson College
  10. Union List of Artist Names (ингл.) — 2015.
  11. Дейл Карнеги. т. 1, стр. 230, из-во «Новый Мир», М., 1983.
  12. 12,0 12,1 Бурова И. И., Силинский С. В. Соединенные Штаты Америки. — СПб.: Лениздат, 2002. — 399 с. — ISBN 5-289-02004-7.
  13. Карл Сэндберг, 1961, с. 243
  14. Карл Сэндберг, 1961, с. 289
  15. Биография Авраама Линкольна на сайте энциклопедии «Кругосвет» 2008 йыл 22 июнь архивланған.
  16. Donald, 1996, с. 20—22
  17. 17,0 17,1 Pessen, 1984, с. 24—25
  18. 18,0 18,1 White, 2009, с. 12—13
  19. Donald, 1996, с. 22—24
  20. Lamb, 2008, с. 189
  21. Sandburg, 1926, с. 20
  22. 22,0 22,1 Donald, 1996, с. 30—33
  23. Donald, 1996, с. 20
  24. Donald, 1996, с. 26—27
  25. White, 2009, с. 25,31,47
  26. 26,0 26,1 Donald, 1996, с. 33
  27. 27,0 27,1 Donald, 1996, с. 29—43
  28. 28,0 28,1 Карл Сэндберг, 1961, с. 15
  29. Карл Сэндберг, 1961, с. 16
  30. Сэндберг К. Линкольн / Карл Сэндберг; сокр. пер. с англ. Б. Грибанова и Л. Шеффера. — Москва : Молодая гвардия, 1961. — 700 с стр. 23
  31. Сэндберг К. Линкольн / Карл Сэндберг; сокр. пер. с англ. Б. Грибанова и Л. Шеффера. — Москва : Молодая гвардия, 1961. — 700 с стр. 28-29
  32. Сэндберг К. Линкольн / Карл Сэндберг; сокр. пер. с англ. Б. Грибанова и Л. Шеффера. — Москва : Молодая гвардия, 1961. — 700 с, стр. 30
  33. White Jr., Ronald C. A. Lincoln: A Biography. — New York: Random House, Inc., 2009. — 181 с. — ISBN 978-1-4000-6499-1.
  34. Cathy Young «Co-opting Lincoln’s sexuality» Boston Globe Jan 31, 2005
  35. A Review by Gregory M. Lamb at www.powells.com 2007 йыл 8 ғинуар архивланған. of «We Are Lincoln Men»: Abraham Lincoln and His Friends D. H. Donald
  36. Richard Brookhiser Was Lincoln Gay? New York Times Jan 9, 2005
  37. Michael Burlingame Afterword: The Intimate World of Abraham Lincoln pg 226—238 Free Press 2005 ISBN 0-7432-6639-0
  38. Сэндберг К. Линкольн / Карл Сэндберг; сокр. пер. с англ. Б. Грибанова и Л. Шеффера. — Москва : Молодая гвардия, 1961. — 700 с, с.83
  39. Данные взяты из статьи об Аврааме Линкольне в англоязычной википедии.
  40. Abraham Lincoln — The Writings of Abraham Lincoln V04
  41. Первая инаугурационная речь Линкольна на сайте «История США в документах»
  42. Биография Авраама Линкольна на сайте «Хронос»
  43. Геттисбергская речь Авраама Линкольна
  44. После взятия Линкольн посетил город, в том числе и Белый дом конфедерации, где он посидел несколько минут в задумчивости за рабочим столом Джефферсона Дэвиса
  45. William Wallace «Willie» Lincoln
  46. Авраам ЛИНКОЛЬН. Честный, добрый и упрямый «старина Эйб» /ДЕНЬ/
  47. Авраам Линкольн: «Я самый жалкий из всех живущих. Если то, что я чувствую, разделить на весь род человеческий, на земле не останется ни одной улыбки. Стану ли я лучше — не знаю. Боюсь, что нет, и это ужасно. Оставаться таким, как есть, невозможно. Я должен умереть или стать лучше…» Высказывание есть на этом сайте 2008 йыл 25 июль архивланған.
  48. Г.Уитни: «Ни одна черта характера мистера Линкольна не была столь очевидной, как его таинственная и глубокая меланхолия»
  49. Сэндберг К. Линкольн / Карл Сэндберг; сокр. пер. с англ. Б. Грибанова и Л. Шеффера. — Москва : Молодая гвардия, 1961. — 700 с, стр.94 Джон Т.Стюарт видел в Линкольне безнадёжную жертву меланхолии. Генри К.Уитни, коллега Линкольна, писал: «Я… увидел Линкольна в углу, он сидел одиноко. Его лицо омрачалось глубокими горестными переживаниями».
  50. Имеются в виду Джордж Вашингтон, Томас Джефферсон, Авраам Линкольн, Франклин Рузвельт
  51. 51,0 51,1 Стрела времени. Научный календарь, май 2020 ng.ru