Һиндостан әҙәбиәте

Ҡалып:Культура Индии

Һиндостан әҙәбиәте
Ҡайҙа өйрәнелә индология[d]
 Һиндостан әҙәбиәте Викимилектә

Һинд мәҙәниәте иң боронғоларҙан һанала. Һиндостанда 22 рәсми тел, һәм бик күп һанлы әҙәбиәт шул телдәрҙә яҙылған. Ауыҙ-тел ижады бик көслө үҫешкән. Индуист әҙәбиәте һинд мәҙәниәтенең мөһим өлөшөн тәшкил итә.

Иҫке телдәрҙә яҙылған әҙәбиәт

үҙгәртергә

Ведий әҙәбиәте

үҙгәртергә

Ведтар һәм Упанишадтар — санскритта яҙылған ведий әҙәбиәтенең классик өлгөһө.

Санскрит телендә ижад ителгән эпик әҙәбиәт

үҙгәртергә

Рамаяна һәм Маһабһаратам эпостары Һиндостандың бөйөк эпик әҫәрҙәре тип танылған.

Санскрит телендә ижад ителгән классик әҙәбиәт

үҙгәртергә

Билдәле шағир һәм драматург Калидаса ике эпос ижад иткән: Рагхувамша һәм Кумарасамбхава. Артхашастра һәм Камасутра шулай уҡ классик санскритта яҙылған.

Пракрит әҙәбиәте

үҙгәртергә

Джайнистар пракритта яҙылған.

Пали телендәге әҙәбиәт

үҙгәртергә

Пали телендәге әҙәбиәт Һиндостандың Көньяғында һәм Шри-Ланкала таралған.

Хәҙерге заман телендәге әҙәбиәт

үҙгәртергә

Ассам әҙәбиәте

үҙгәртергә

Чярьяпадтар, VIII - XII быуаттарҙың будда йырҙары, ассам әҙәбиәтенең иң иртә миҫалы тип иҫәпләнә.

Бенгал әҙәбиәте

үҙгәртергә

Бходжпур әҙәбиәте

үҙгәртергә

Һинд әҙәбиәте

үҙгәртергә

Гуджарат әҙәбиәте

үҙгәртергә

Каннада әҙәбиәте

үҙгәртергә

 Каннада әҙәбиәтенең үҙ аллы үҫеше башында «Адипурана» («Тәү пурана») джайнизм апостолдары хаҡында әҫәрҙәр һәм «Маһабһаратам»дың сюжетының бер өлөшөн бәйән итеүсе «Викрамарджунавиджайя» («Ҡыйыу Апжунаның еңеүе») авторы, үҙенең тыуған илендә бөйөк булып танылған шағир Пампа (X б.) тора.

Пампа поэмаһының сюжетына үҙенең заман тарихы ваҡиғаларын оҫта үргән, ә Аржуна образында тарихи шәхесте, Чалукья династияһы хакимдарының береһен, Арикесари II-не, ситләтеп һүрәтләгән. Пампа кеүек, X быуаттың ике күренекле шағиры — Понна һәм Ранна — джайн булған һәм үҙ әҫәрҙәрендә джайн сюжеттарыын ҡулланған. Әҙәбиәттә, джайн пуранаһы авторы булараҡ ҡына түгел, ә тәүге аңлатмалы һүҙлек — каннаданы төҙөгән һәм шулай уҡ «Маһабһаратам» сюжеттарына ике поэма, уларҙың береһендә Бхима образында үҙенең патронын — Сатьяшраю батшаны сағылдырған, Ранна бигерәк тә ҙур эҙ ҡалдырған.

X—XII бб. каннада шағирҙарҙың күп әҫәрҙәре сағыу  джайнда сағылдырылған, шулай уҡ каннадала донъяуи характерҙағы хикәйә әҫәрҙәре барлыҡҡа килгән әммә, мәҫәлән Дургасимха  «Панчатантра» чампуһы (XII быуат уртаһы) йәки Немичандраның «Лилавати» (XII б.) чампуһы, сюжеты һәм стиле буйынса  Субандхуның «Васавадатта»һына яҡын тора. XII быуат башында Нагачандра «Рамаяна»ның үҙенсәлекле джайн фаразы булған һәм Вальмики поэмаһынан күпкә айырылған «Рамачандрапурана»һын яҙған.

Күреүебеҙсә, каннадала яҙған джайн авторҙары, уның сюжеттарын туған әҙәбиәтте байытыу маҡсатында ҡулланып, санскрит поэтикаһына һәм грамматикаһына, каннада поэтикаһына һәм лексикографияһына таянып, уны камиллаштыра,  санскрит әҙәбиәте тәжрибәһенә йыш мөрәжәғәт итә. Ләкин XII быуат аҙағынан каннада әҙәбиәтенең санскрит әҙәбиәтенә буйһонғанлығы һиҙелерлек  кәмегән һәм, киреһенсә, урындағы фольклор традицияларының роле артҡан. Яңы әҙәби жанрҙар һәм шиғри формалар, тәүге проза әҫәрҙәре барлыҡҡа килгән. Быға бәйләп шиваизм ағымдарының береһенә нигеҙ һалыусының —шиваит культын пропагандалау маҡсатында, каннада әҙәбиәтенә тиҙҙән бик популяр булып киткән яңы һәм фольклор менән тығыҙ бәйләнгән жанр, вачан тип аталған күп һанлы — ритмик прозаға һалынған ҡыҫҡа афоризмдар яҙған Басаваның (XII быуаттың икенсе яртыһы) ролен  билдәләп үтер кәрәк.

Кәшмир әҙәбиәте

үҙгәртергә

Кәшмир әҙәбиәте — кәшмир телендәге әҙәбиәт[1].

Малаялам әҙәбиәте

үҙгәртергә

Малаялам әҙәбиәтенең тәүге осоро тураһында бары тик VI—X бб. барып тоташҡан «Пачча малаялам» бай  фольклор шиғриәте һәм дин һәм йола йырҙары, шулай уҡ хеҙмәт процестары һәм халыҡ байрамдары буйынса фекер йөрөтөргә мөмкин. Керала (малаялам теле таралыу өлкәһе) оҙаҡ ваҡыт тамила батшалары власы аҫтында булғанлыҡтан, малаялам әҙәбиәтенең башланғыс үҫеше осорона тамила әҙәбиәтенең ҙур йоғонтоһо билдәләнә.

Был йоғонтоноң эҙемтәһе булып тамила шиғри өлгөләренә ориентирланған патту әҙәби мәктәбенең барлыҡҡа килеүе тора. Был мәктәптең талаптарына ярашлы  — «Рамачаритам» поэмаһынан («Рама тормошо») — Вальмикиҙың «Рамаяна»һы мотивтары буйынса яҙылған әҫәрҙәрҙән малаялам әҙәбиәте тарихы башлана. «Рамачаритам» әҫәренең авторы тип шағир Чираман һаналған (XII—XIII бб. тирәһе).

Тәүгеһе менән сағыштырғанда, башлыса санскрит традицияларына ылыҡҡан маниправалам мәктәбе лә мөһимлеге буйынса патту мәктәбенән кәм түгел. Шиғырҙары фольклор байлығына әйләнгән шағир Толан ижады (моғайын,  X б. аҙағы — XI быуат башы) уның менән бәйле. II меңйыллыҡ башындағы башҡа һинд әҙәбиәттәре кеүек, малаялам әҙәбиәте чампу жанрына киң мөрәжәғәт иткән.

Хәҙерге заман малаялам әҙәбиәте вәкиле — Тьируналлур Карунакаран. Валлатхол ҙур шағир булған.

Маратхи әҙәбиәте

үҙгәртергә

Непал әҙәбиәте

үҙгәртергә

Ория әҙәбиәте

үҙгәртергә

Пенджаб әҙәбиәте

үҙгәртергә

Раджастхан әҙәбиәте

үҙгәртергә

Сингал әҙәбиәте

үҙгәртергә

Синдхи әҙәбиәте

үҙгәртергә

Тамила әҙәбиәте

үҙгәртергә

Телугу әҙәбиәте

үҙгәртергә

Телугу әҙәбиәте сығанағы бик иртә осорға барып тоташа. VI—VII бб. просодия мәсьәләләрен аңлатҡан бер санскрит әҫәрендә санскритта бөтөнләй билдәһеҙ, әммә телугу шиғриәтенә хас шиғри үлсәм телгә алынған. Әммә ысын телугу әҙәбиәте шағир Наннаяның «Маһабһаратам» дың (XI б.) тәүге ике китабын тәржемә итеүенән башланған. Башҡа яңы һинд әҙәбиәттәрендә ге кеүек, был тәржемә түгел, ә авторҙың ижади фантазияһы менән билдәләнгән һәм урындағы колорит менән буялған интерпретация. Наннаяның тәржемәһен шағирҙар Тиккана (XIII б.) һәм Эррана (XIV б. башы)  тамамлаған, һәм дөйөм алғанда телугу «Махабһарата»һы санскрит эпосының милли һинд телдәренә тәржемәләре араһында үҙенең художество дәрәжәһе буйынса иң яҡшыларының береһе булып һанала.

Телугу әҙәбиәтенең иң иртә осоро ҡомартҡыларының сағыштырмаса ҙур булмаған һаны араһында каноник әҫәрҙәре лә, шиваит сектаһы вирашайваға ҡараған ысын художестволы әҫәрҙәре лә күренекле урын биләгән. Шиваит Наннечода яҙған «Кумарасамбхава» («Кумараның тыуыуы») поэмаһы; (б. э. 1080-1150 йй. тирәһе) Калидастың шул уҡ исемле атаҡлы поэмаһы менән ауаздаш һәм, дөйөм алғанда, санскрит эпик жанры махакавья нормаларына тура килә. Ләкин  был барыбер урындағы әҙәби традиция йүнәлешендәге тулыһынса үҙенсәлекле әҫәр.

 Телугу әҙәбиәте үҫешенең башланғыс осоро «Рамаяна»ның ике тәржемәһе менән тамамланған. Уларҙың береһе, двипада фольклор үлсәмендә башҡарылғаны, ябай халыҡҡа тәғйенләнгән әҫәрҙе кәүҙәләндерә, һәм Вальмики эпосынан йөкмәткеһе буйынса ла, стиле буйынса ла бик ныҡ айырыла. Был тәржемәне XIII быуаттың икенсе яртыһында шағир Буддхи Редди төҙөгән. «Бхаскара Рамаянаһы» тигән икенсе тәржемә бер төркөм шағирҙар ижады, төрлө стиль менән айырыла һәм, һис шикһеҙ, санскрит поэтикаһы нормаларына беренсеһенә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк йүнәлтелгән.

Урду шиғриәте

үҙгәртергә

Урду телендәге шиғриәткә нигеҙ һалыусы тип Әмир Хосроу Дәһләүи һанала. Урду әҙәбиәте, телдең социаль статусы түбән булыуы — моголдар йәмғиәтендә урду фарсы менән йәнле һөйләү теле менән әҙәби тел һымаҡ сағыштырылыуы арҡаһында оҙаҡ ваҡыт фарсы телле әҙәбиәт күләгәһендә булған. XVI—XVI бб. Декана кенәзлектәрендә дакхни (урду теленең көньяҡ диалекты) телендәге әҙәбиәт үҫешкән. Илдең төньяғында XVIII быуат та урду телендәге  шиғриәт дели мәктәбе шағирҙары ижадында башлана, улар араһында Мир Таки Мир, Мирза Рафи Сауда,Мир Дард айырылып торған. Урду әҙәбиәте  үҫешенең башҡа ҙур үҙәктәре булып  Лахор, Лакхнау һәм Хәйҙәрабад торған. XIX быуатта әҙәбиәт үҫешенә Мирза Галиб ижады ҙур импульс биргән; проза жанрҙар барлыҡҡа килә һәм үҫешә, шиғриәттә яңы ағымдар барлыҡҡа килә. Хәҙерге урду әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы — Мөхәммәт Иҡбал  Һиндостан территорияһында мосолман дәүләтен төҙөү идеологы ла. Британ Һиндостаны деколонизацияһынан һуң урду телендәге әҙәбиәт бойондороҡһоҙ Һиндостанда ла, Пакистанда ла үҫешкән.

Сит ил телдәрендәге һинд әҙәбиәте

үҙгәртергә

Һинд фарсы әҙәбиәте

үҙгәртергә

Урта Азияла һәм Һиндостанда исламдың таралыуыы менән фарсы теле лингва-франкаға оҡшаш, шулай уҡ хөкүмәт һәм күпселек белемле кешеләр теле булған. Ысын фарсы әҙәбиәтен уҡыу һәм өйрәнеүҙән тыш, Дели солтанлығында, ә һуңынан — Бөйөк Моголдар империяһында фарсы телендәге һинд әҙәбиәте культуралаштырылған. Һиндтар араһында байтаҡ билдәле фарсы телле шағирҙар, мәҫәлән, Әмир Хосроу, Бедиль, Фәйзи, һуңыраҡ — Мөхәммәт Иҡбал булған. Британ хакимлығы башланғанда сәйәсәт һәм әҙәбиәт теле сифатында Һиндостанда урду теле фарсы телен ҡыҫырыҡлаған;  шулай булыуға ҡарамаҫтан, беренсе осорҙа инглиз чиновниктары урындағы халыҡ менән аралашыу өсөн  тап фарсы телен өйрәнгән. XIX быуатта британия хакимиәте инглиз телен әүҙем индерә башлаған, һәм ул фарсы телен һинд лингва-франкаһы позицияһынан бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарған. Шул уҡ ваҡытта әҙәби һинд һәм урду телдәре фарсы теленең ҙур йоғонтоһо аҫтында үҫешкән һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм калькалар менән тулы.

Һинд инглиз әҙәбиәте

үҙгәртергә

XX быуатта Һиндостанда шулай уҡ инглиз телендә лә яҙғандар. Бенгал яҙыусыһы Рабиндранат Тагор 1913 йылда Нобель премияһы лауреаты булған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Аланкара

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кашмири литература // БРЭ. Т.13. М.,2008.
  • Индийская литература // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • История всемирной литературы: В 8 томах. М.: Наука, 1983—1994
  • Индия говорит. Стихи индийских поэтов. Второе издание. М.,1954. — 119 с.
  • Бенгальская поэзия. Пер. с бенгал. Сост, вступит. ст. и примеч. В. А. Новиковой. Пер. под ред. В. И. Балина и В. С. Шефнера. М.-Л., Гослитиздат, 1959.- 240 с.
  • Серебряков И. Д. Древнеиндийская литература: Краткий очерк М., 1963.
  • Саид Эхтишам Хусейн История литературы урду. М., 1961. — 260 с.
  • Гринцер П. А. Древнеиндийская проза: Обрамленная повесть. М., 1963.
  • Гринцер П. А. Становление литературной теории в Древней Греции и Индии. // Вестник российского гуманитарного научного фонда. 1997. № 1. — С.113-120.
  • Гринцер Н. П., Гринцер П. А. Формирование литературной теории в Древней Греции и Индии. М., РГГУ. 2000. 424 стр. 1000 экз.
  • История индийских литератур. Под ред. Нагендры. М., 1964.
  • Глебов Н., Сухочев А. Литература урду. Краткий очерк. М., 1967.
  • Сказки Центральной Индии. М., «Наука», 1971.
  • Гринцер П. А. Древнеиндийский эпос. Генезис и типология. М., 1974
  • Калинникова Е. Я. Англоязычная литература Индии. М., 1974
  • Литература и культура древней и средневековой Индии. М., 1979.
  • Серебряков И. Д. Литературный процесс в Индии (VII-XIII вв.). М., 1979
  • Эрман В. Г. Очерк истории ведийской литературы. М., 1980
  • Челышев Е. П. Современная индийская литература. М., 1981
  • Классическая драма древней Индии: Пер. с санскр. и пракритов. Под редакцией, сост. Г. Зографа; Предисл. В. Эрмана; Комм. М. Воробьевой-Десятовской, Г. Зографа, В Эрмана. -Л.: Художественная литература, 1984.- 336 с.
  • Серебряков И. Д. Литературы народов Индии. М., 1985
  • Ивбулис В. Я. Индийско-западноевропейские литературные связи в конце XVIII — начале XIX в. и некоторые аспекты общечеловеческого. // Советское востоковедение: проблемы и перспективы. М., 1988. — С.403-408
  • Гаврюшина Н. Д. Эволюция литературы хинди в оценке индийских писателей и исследователей по материалам 1980—1990 гг. // Восток, 1999. № 3.
  • Гаврюшина Н. Д. Развитие романа хинди во второй половине XX века // Литературы Азии и Африки: опыт XX века. Памяти А. С. Сухочева. М., 2000.
  • Суворова А. А. Индийская любовная поэма (маснави). М. Наука, Восточная литература 1992 г. 232 с.
  • Helmuth von Glasenapp: Die Literaturen Indiens. Von ihren Anfängen bis zur Gegenwart., Kroener 1961.
  • Klaus Mylius: Geschichte der altindischen Literatur, Bern (Scherz) 1988.
  • Moritz Winternitz: Geschichte der Indischen Literatur, Leipzig, 1905—1922, Vol. I—III. Reprint in englischer Übersetzung: Maurice Winternitz: History of Indian Literature, Motilal Barnarsidass, Delhi, 1985, Vol I—III.
  • Bhattacharji, Sukumari History of Classical Sanskrit Literature, Sangam Books, London, 1993, ISBN 0-86311-242-0
  • Sadiq M. A History of Urdu literature. L.- Karachi-Lahore- Dacca.1964

Ҡалып:Индия в темах