Эстәлеккә күсергә

Ниндзя

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ниндзя атаҡлы рәссам Хокусай һүрәтләүендә

Ниндзя (яп. 忍者 — боҫоп тороусы; йәшеренеүсе < 忍ぶ «синобу» — боҫорға, йәшенергә; сыҙарға, түҙергә) — урта быуаттарҙа Японияла шәйләксе-диверсант, шымсы, ялланған үлтереүсе.

Риүәйәттәргә ярашлы, ниндзялар ҡыйыу, ныҡлы әҙерлекле, бала саҡтан бик ҡатмарлы ниндзюцу сәнғәтенә өйрәнгән кешеләр булған. Тәү сиратта ниндзя мәғлүмәтте ҡулға төшөрә алырға, теләһә ниндәй әйберҙе ҡорал рәүешендә ҡуллана белергә, теләһә ниндәй ҡоралға ҡаршы торорға (шул иҫәптән ялан ҡул менән), ҡапыл килеп сығырға һәм һиҙҙермәй юҡ булырға, медицинаны белергә тейеш булған. Улар оҙаҡ ваҡыт һалам аша тын алып һыу аҫтында ултырған, ҡаялар буйлап үрмәләп йөрөгән, таныш булмаған ерҙә лә юл таба алған, яҡшы ишеткән, төнөн башҡаларға ҡарағанда һәйбәтерәк күргән һ. б.

Инициация, самурай ғаиләләрендә кеүек үк, 15 йәштә башҡарылған. Был йәштә ҡыҙ-егеттәр дзэн-буддизм һәм сянь-даосизмды өйрәнеүгә күскән. Ниндзяларҙың килеп сығышын ямабусиҙар менән бәйләйҙәр.

Сәйәси яҡтан ниндзялар феодаль мөнәсәбәттәрҙән ситтә торған, уларҙың йәмғиәттә урыны булмаған, әммә теләһә ниндәй урынды биләй алған. Боронғо ниндзялар бөтә ил буйынса таралған, ләкин төп үҙәктәре — Киотоның урманлы ерҙәре һәм Ига һәм Коканың таулы урындары булған. Ҡайһы саҡ ниндзя кландары хужаларын юғалтҡан самурайҙар (рониндар) менән тулыланған. XVII быуатта 70-ләгән ниндзя кланы иҫәпләнгән. Ига-рю һәм Кока-рю мәктәптәре иң ҡеүәтле һаналған. Ниндзялар тарих майҙанына X быуатта сыға, 1460—1600 йылдар уларҙың сәскә атыу осоро була. Феодаль тарҡаулыҡ һәм һуғыштар барышында ниндзя сәнғәтенә ихтыяж ҙур була.

Ниндзяларҙың һуғыш сәнғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ниндзяларҙың айырым үҙенсәлекле ҡул һуғышы һәм төрлө ҡорал менән һуғыш системаһы булмаған, улар шул ваҡытта Японияла булған һуғыш сәнғәте стилдәрен өйрәнгән һәм үҙҙәренең мохтажлыҡтарына яраҡлаштырған. Ниндзя кландары ҡул һуғышы өсөн дзю-дзюцуның боронғо формаһын, ҡорал менән һуғышыу өсөн будоның тап килгән стилдәрен (кэндзюцу, бодзюцу, содзюцу, сюрикен-дзюцу һ.б.) ҡулланған. Самурай дзю-дзюцуһынан ниндзя сәнғәте күберәк һуғыу, быуып үлтереү, сикләнгән урында һуғышыу техникаһы, боҫҡондан, арттан, төнөн һөжүм итеү менән айырылып торған. Ниндзяға ҡасырға тура килһә, ул ике төрлө һуғыш алымы ҡулланған. Арттан баҫтырып килгән дошманының аяҡ аҫтына йығылған, тегеһе ниндзя аша осоп барып төшкән; әгәр дошман ҡабырғанан йүгереп килһә, ниндзя кинәт туҡтап уны үткәреп ебәргән дә арттан арҡаһына ҡылыс менән сапҡан.

Ниндзяның хәрби кейеме һәм ҡоралы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ниндзялар бер ҡасан да кинолағы кеүек һылашып торған ҡара кейем кеймәгән. Уларҙың төнгө кейеме ҡыҙыл-көрән, аҡһыл-һоро, һары-көрән йәки ҡара һоро төҫлө булған. Был төҫтәр төн ҡараңғылығында күренмәҫкә мөмкинлек биргән, ә ҡап-ҡара кейем, киреһенсә, был шарттарҙа ныҡ күренеүсән. Бынан тыш, кейем киң булған. Ниндзяның ҡорамалына рокугу ингән (алты мотлаҡ әйбер): амигаса (үрелгән эшләпә), кагинава (ырғаҡлы арҡан), сэкихицу (грифель), якухин (дарыу-фәлән), цукэдакэ йәки утидакэ (көйрәгән күмер йөрөтөү өсөн һауыт), сандзяки-тэнугуи (таҫтамал). Был нәмәләрҙең күбеһе — утын киҫеүселәрҙең, һалдаттарҙың, крәҫтиәндәрҙең ғәҙәти әйберҙәре булған. Ҡалған кәрәк-яраҡ шарттарға ҡарап һайланған.

Ниндзяға әрәмәлектәрҙә йәки йорт эсендә һуғышырға тура килгән, шуға күрә уның ҡылысы 60 сантиметрҙан артмаған. Ҡынға бер нисә метрлыҡ арҡан таҡҡандар: ҡылыс аҫылмалы эскәмйә йә баҫҡыс ролен үтәй алған, аҙаҡ уны арҡан менән өҫкә тартып мендергәндәр. Әгәр кемделер бәйләргә кәрәк булһа, был арҡандың бер өлөшөн ҡырҡып алғандар. Ҡын ҡылыстан оҙонораҡ булған һәм ваҡ-төйәк кәрәк-яраҡ өсөн һауыт итеп тә ҡулланылған. Ҡылысты, ғәҙәттә, һул ҡабырғала йөрөткәндәр, тәкмәсеү йә шыуышыу өсөн эскә йәки арҡаға күсергәндәр. Башҡа ҡоралдары: сюрикен йәки сякен (ҡаҙалта ташлай торған йондоҙсоҡ рәүешендәге тимер пластина); кусаригама (тотҡосоноң осона сынйыр бәйләнгән ураҡ); фукия йәки фукибари (ағыулы энәләр менән атыу өсөн көпшә) һ.б.

  • Долин А. А., Попов Г. В. Кэмпо — традиция воинских искусств. — 3-е. — М.: Наука, 1991. — 429 с. — ISBN 5-02-016966-8.
  • Горбылев А. М. Когти невидимок: Подлинное оружие и снаряжение ниндзя. Мн.: Харвест, 1999. — 352 с.