Эстәлеккә күсергә

Иҫке Күл: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
101 юл: 101 юл:


== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013|http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/4158-i-ke-k-l-nuriman-r-nynda-y-auyl}}{{V|11|02|2019}}
* {{БЭ2013|http://bashenc.online/ba/articles/76003/}}{{V|11|02|2019}}


{{Нуриман районы ауылдары}}
{{Нуриман районы ауылдары}}

11:50, 17 март 2022 өлгөһө

Иҫке Күл
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Иҫке Исай ауыл Советы (Нуриман районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Иҫке Исай ауыл Советы (Нуриман районы)
Халыҡ һаны 735 кеше (2002)[2],
787 кеше (2009)[2],
721 кеше (2010)[3]
Почта индексы 452435
Карта

Иҫке Күл (боронғо исемдәре Иҫкауыл, Иҫке Мәсетле; рус. Старокулево) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 721 кеше[4]. Почта индексы — 452435, ОКАТО коды — 80245855001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1775
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1697 819 878 48,3 51,7
1959 йыл 15 ғинуар 1456 645 811 44,3 55,7
1970 йыл 15 ғинуар 1402 661 741 47,1 52,9
1979 йыл 17 ғинуар 1183 545 638 46,1 53,9
1989 йыл 12 ғинуар 873 398 475 45,6 54,4
2002 йыл 9 октябрь 735 344 391 46,8 53,2
2010 йыл 14 октябрь 721 333 388 46,2 53,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Башҡорттар йәшәй (2002).

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡыҙылъяр): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Иглин): 40 км.

Тарихы

Ауылға Себер даруғаһы Бүләкәй-Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1712 йылда ауыл Күл тип атала. Күлауыл, Мәсетле тигән атамалар менән дә билдәле була. XIX быуат башында Яңы Күл ауылы бүленеп сыға. Әле был ике ауыл араһында алыҫлыҡ — 5 км. XIX быуаттың беренсе яртыһында Иҫке Күл ауылы Иҫке Мәсетле ауылы менән ҡушыла. Иҫке Мәсетле 1777 йылдан билдәле. 1920 йылда Иҫке Мәсетле атамаһы ҡулланылыштан сыға. Был ауылдарҙа аҫаба башҡорттарҙан тыш керҙәш башҡорттар ҙа булған. 1795 йылда 119 йортта 489 кеше йәшәгән, улар араһында Һалйот һәм Урман Көҙәй улустарынан күсеп килгән керҙәш башҡорттар ҙа булған. Һалйот улусынан килешеүһеҙ генә күсеп килгәндәр. 10 йорт хужалығында 27 керҙәш башҡорт теркәлгән. 1834 йылда уларҙың һаны 60-ҡа еткән[5].

Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ике мәсет, училище булған. 1906 йылда Иҫке Мәсетлелә (Иҫке Күл, Иҫкауыл) 2 мәсет, мануфактура магазины, 8 аҙыҡ-түлек магазины, мөгәзәй теркәлгән.

Граждандар һуғышы осоронда, 1918 йылдың август аҙағы — сентябрь башында В. К. Блюхер етәкселегендәге Йыйылма Урал отрядының шанлы походы Нуриман районы аша үтә. Походта ҡатнашыусылар бер нисә ауылда, шул иҫәптән Иҫке Күлдә лә туҡтала. Ауыл янында хәрби бәрелештәр ҙә була. Коммунистар һәм партизандар халыҡ араһында өгөт-нәсихәт алып барғанлыҡтан ҡыҙылдарҙың килеүенә ыңғай ҡараған кешеләр байтаҡ була. Иҫке Күлдә ошо ваҡиғаға арналған митинг үтә. Халыҡ араһында Совет власына ышаныс арта[6].

Иҫке Күлдә колхоздар тарихы 1929 йылда «Белем» ауыл хужалығы кооперативы ойоштороуҙан башлана. Уға 16 ярлы крәҫтиән инә. Рәйесе итеп С. Әхмәҙишин һайлана. Тәүге күмхуждың 11 аты, биш рәтле сәскесе, башҡа ауыл хужалығы ҡорамалдары була. 30 гектарҙа иген сәсәләр. Һәр ағза үҙ биләмәһендә лә сәсә. Һәйбәт уңыш алына. Шәхси биләмәлә үҫтерелгәнде дәүләткә тапшыралар, уртаҡ баҫыу уңышын һәр кешенең хеҙмәт көнөнә 28-әр килограмдан бүлешеп алалар. Күмәк эшкә аяҡ салыусылар ҙа була. Иҫке Күлдән Ямай менән Хөсәйен исемле бандиттар кешеләрҙең мөлкәтен урлай, колхоз милкенә һөжүм итә. 1932 йылдың көҙөндә тракторсы Исмәғил Ҡотоевты обрездан атып яралайҙар, тракторын күлгә батыралар. Ошо уҡ көҙҙө Нимесләр ауылы паромсыһын ҡурҡытып, өйөнә ҡышлауға керәләр. Бер нисә айҙан милицияның район бүлеге начальнигы Г. Әлмөхәмәтов етәкселегендә милиционерҙар бандиттарҙың эҙенә төшә һәм аулай башлай. Шул саҡта Әлмөхәмәтов үлемесле яра ала. Бандиттар юҡ ителә.

Бөйөк Ватан һуғышы барғанда «Белем» колхозы фронтҡа 27 ат оҙата. Механизаторҙар Сафура Яҡупова, Т. Зинурова, Мөслимә Сәйфиева, Нурисафа Ғәйнетдинова баҫыуҙа фиҙакәр хеҙмәт өлгөләре күрһәтә. Дәүләт келәттәренә игенде ташыуҙа колхозсылар М. Хисаева, К. Сәғиева, С. Бәҙретдинов тырышып эшләй.

1958-1960 йылдарҙа колхоздарҙы эреләтеү барышында «Белем» колхозы идараһы Яңы Күл ауылында урынлашҡан Баһау исемендәге колхоз составына ҡушыла. Һуңынан иҫкекүлдәр Иҫке Күл, Иҫке Исай, Ишморат ауылдарын биләгән «Урал» колхозына инә[7].

Хәҙерге осоро

Иҫке Күл ауылы Иҫке Исай ауыл биләмәһе үҙәге булып тора, унда ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан, урта дөйөм белем биреү мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар.

2017 йылда ауылдың 40 йыл элек һалынған клубы 11 майҙа төҙөлгән тикшереү акты менән авария хәлендә тип табыла. Иҫке клуб урынына 2018 йылда яңы мәҙәниәт үҙәге төҙөлә. Ул 96 урынлыҡ тамаша залынан, китапхананан һәм сменаһына 15 кешене ҡабул итерлек фельдшер-акушерлыҡ пунктынан тора. Үҙәк «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» дәүләт программаһы сиктәрендә төҙөлә һәм 46,1 миллион һумға төшә, шул иҫәптән төҙөлөш-монтаж эштәре 27,2 миллион һумлыҡ була[8].

Топонимияһы

Иҫке Күл ауылының атамаһы Иҫке һәм Күл (этноним) һүҙҙәренән яһалған. Ауылдан төньяҡта 5 км алыҫлыҡта Ҡариҙел йылғаһы аға. Ауыл уртаһынан Ҡариҙел йылғаһының һул ҡушылдығы булған Йәнәлде (атаманың варианты – Йәләнде) йылғаһы аға. Ауылдан көнсығышта Кәрәкә тауы һуҙыла. Кәрәкә битләүенән Ағын шишмәһе сыға. Ауылдың төньяғында Күтерле күле, Шыланны яланы бар.

Викидәреслектә: Иҫке Күл[9].

Урамдары

Ауылда ете урам бар:

  • Совет урамы – ауылдың үҙәк урамы, ул Өфө – Павловка автомобиль трассаһы өҫтөндә урынлашҡан.
  • Йәштәр урамы
  • Ғайнан Хәйри урамы (Айыу ос)
  • Мәктәп урамы (Күскән ос)
  • Колхоз урамы (Түбәнге Ос)
  • Шишмә урамы
  • Склад урамы.

Әҙәбиәттә

Билдәле башҡорт яҙыусыһы Имай Насыриҙың "Күҙәй" романында Нуриман районы, шул иҫәптән Иҫке Күл ауылында барған ваҡиғалар һүрәтләнә.

Иҫке Күл ауылынан сыҡҡан башҡорт яҙыусыһы, беренсе башҡорт романы "Боролош" авторы Ғайнан Хәриҙең ошо романында ваҡиғаларҙың күп өлөшө Иҫке Күлдә бара[10].

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар